“Йыртыҡ ямау менән шөғөлләнмәйек”30.11.2013
Ниһайәт, Рәсәй почтаһының эшмәкәрлегенә ҡарата халыҡтың дәғүәләрен Хөкүмәт етәкселәре ишетте!
Айҙар буйы килгән хаттар, һуңлаған гәзит-журналдар, сүплеккә ырғытылған посылкалар, кешенең ялыуҙарын бар тип тә белмәү, ғәмһеҙлек тамам йөҙәткәйне бит һуңғы йылдарҙа. Ошо көндәрҙә Хөкүмәт етәксеһе Дмитрий Медведев милли операторҙың 2023 йылға тиклемге үҫеш стратегияһы буйынса махсус кәңәшмә үткәрҙе. Рәйестең әйтеүенсә, почтаның хәҙерге хәле үтә ауыр, реформа үткәрмәгәндә уның бөтөнләй юҡҡа сығыуы ихтимал. Рәсәй почтаһының хәле нилектән мөшкөлләнгән һуң?
— Идара итеүҙә лә етешһеҙлектәр күп, инфраструктура ла иҫкергән, корреспонденцияны ҡул менән эшкәртеү күләме ҙур. Хеҙмәткәрҙәрҙең эш хаҡы ил буйынса уртасанан яртылаш тиерлек ҡалыша, — тип, Премьер почтаға дәүләт әһәмиәтендәге бурыстарҙы йөкмәтте. Уның әйтеүенсә, бөтә почта бүлексәләренең дә эш сифаты берҙәй яҡшы булырға, ә хеҙмәт хаҡы кәм тигәндә иҡтисад буйынса уртаса кимәлгә етергә тейеш.
Ҡалала ла, ауылда ла берҙәй үк хеҙмәт күрһәтелеүе зарур. “Йыртыҡ ямау менән генә шөғөлләнмәй, почта системаһын тамырынан үҙгәртәйек”, — тип саҡырҙы Дмитрий Медведев кәңәшмәлә ҡатнашыусыларҙы.