Хеҙмәтенә күрә — хөрмәте30.11.2013
Хеҙмәтенә күрә — хөрмәтеБашҡортостан Республикаһы Президенты указдарына ярашлы, Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы "Электр селтәрҙәре" предприятиеһы инженеры Анисимов Владимир Иванович, Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары Зарипов Миҙехәт Рәфҡәт улы, Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәтендәге торлаҡ-коммуналь хужалыҡ бүлегенең баш иҡтисадсыһы Зуделина Роза Миңләхмәт ҡыҙы, "Башкиравтодор" йәмғиәтенең Әбйәлил идаралығы машинисы Ҡарнаев Нәғим Үлмәҫҡол улы, Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы Һыу тәьминәте компанияһының бүлек начальнигы Кремнева Валентина Николаевна, "Башкиравтодор" йәмғиәтенең Әбйәлил идаралығы шоферы Ырыҫҡужин Ирек Таштимер улы, Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы Торлаҡ хужалығы тресының слесарь-сантехнигы Слетнев Леонид Викторович, "Урал аръяғы" машина-технологик станцияһының Әбйәлил филиалы шоферы Хәлитов Рәмил Рафиҡ улы Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән бүләкләнде;
Стәрлетамаҡ махсус юл-йәшелләндереү эштәре ремонт-төҙөлөш идаралығының бүлек начальнигы Кузьмин Владимир Александровичҡа, "Стәрлетамаҡ йылылыҡ селтәрҙәре" йәмғиәте директоры Сараев Юрий Александровичҡа "Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәре" тигән маҡтаулы исем бирелде;
Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы Ремонтлау һәм төҙөкләндереү идаралығы эшсеһе Гапонова Лена Петровна, Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы Халыҡты махсус хеҙмәтләндереү комбинаты граверы Конаков Валерий Алексеевич, Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәтенең торлаҡ-коммуналь хужалыҡ бүлеге начальнигы урынбаҫары Костьянова Ольга Григорьевна, Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы "Купол" йәмғиәтенең урам һепереүсеһе Мөхәррәмова Вәсилә Муса ҡыҙы, "Красный пролетарий" йәмғиәте коллективы (генераль директоры — Шәрипов Илгиз Ҡадир улы), "Синтез-Каучук" йәмғиәте коллективы (генераль директоры — Жаворонков Дмитрий Александрович), "Станоктар эшләү" фәнни-етештереү берекмәһе коллективы (башҡарма директоры — Дудкин Федор Юрьевич), “Башҡортостан сода компанияһы” коллективы (башҡарма директоры — Ан Ен Док) Башҡортостан Республикаһы Президентының Рәхмәт хаты менән бүләкләнде.


Вернуться назад