Бәләне ваҡытында асыҡлау зарур30.11.2013
Заман ҡаҙаныштары ни тиклем алға китһә лә, кешелек көсө һәм ҡеүәте етмәгән бәләләр донъяла әлегә бихисап. Шулар иҫәбенә дәүер афәтен – СПИД сирен дә индереү зарур. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йылдан-йыл был ҡурҡыныс сиргә тарыусыларҙың һаны арта бара, ә уны дауалау әмәле әлегәсә табылмаған.
Башҡортостандағы хәл дә әллә ни ҡыуанырлыҡ түгел. Шуныһы аяныслы: ВИЧ (кеше иммунодефициты вирусы) йоҡторған ҡатын-ҡыҙ күбәйә, сирле парҙар арта. Һөҙөмтәлә быуат сиренә дусар балалар донъяға килә.
Инҡар итеп булмаған был афәттең, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һәр кемдең ғаиләһенә ҡағылыуы ихтимал. Унан ҡотолоуҙоң төп юлдарының береһе – проблема хаҡында хәбәрҙар булыу, сир тураһында күберәк мәғлүмәт туплау. Ошо йәһәттән Республика СПИД-ты, йоғошло сирҙәрҙе иҫкәртеү һәм уларға ҡаршы көрәш үҙәге педиатры Изолина Риф ҡыҙы БИГЛОВАнан ҡайһы бер һорауҙарға яуап алдыҡ.
– ВИЧ-ты сабый ҡарында саҡта уҡ йоҡтороуы ихтимал…
– Бының төп шарттары – ҡатын-ҡыҙҙың организмында ВИЧ-инфекцияның әүҙем эшмәкәрлеге, гинекология сирҙәренең киҫкенләшеүе, буласаҡ әсәнең анемияға һәм аҙ ҡанлылыҡҡа дусар булыуы, вируслы гепатит менән сирләүе, ауырлы ваҡытта наркотик матдәләр ҡулланыуы, тәртипһеҙ тормош алып барыуы, сирле килеш сабыйҙы күкрәк һөтө менән туҡландырыуы баланы ҡурҡыныс сиргә дусар итеүе бар. Шуға күрә ВИЧ-инфекциялы ҡатын-ҡыҙ гинекологта ғына түгел, инфекциониста ла тикшереү һәм тейешле дауалау курсы үтергә тейеш. Әлбиттә, бындай әсәнең ҡатын-ҡыҙ консультацияһына килеүе, иҫәпкә тороуы, диагнозын асыҡлауы шарт. Юҡһа, тормошта төрлө хәлдәр була. Мәҫәлән, бынан бер нисә йыл элек республика ҡалаларының береһендә ВИЧ инфекциялы 10 йәшлек бала асыҡланған. Баҡһаң, уның әсәһе ауырлы саҡта ҡатын-ҡыҙ консультацияһында иҫәптә тормаған, бер генә анализ да тапшырмаған. Тәүге тапҡыр ауырға ҡалып, беренсе балаһын тапҡансы психотроп матдәләр ҡулланған, асоциаль тормош алып барған. Сабый тыуғас, уны өләсәһенә ҡалдырып киткән. Бер йәш тулғансы баланың һаулығында әллә ни үҙгәрештәр тойолмаһа ла, үҫә төшкәс, ул йыш сирләй башлаған, тән температураһы 40 градусҡа тиклем күтәрелеп, биҙгәк тотҡан. Амбулатор дауалау алған, ВИЧ-ҡа тикшерелмәгән. Ҡыҫҡаһы, ҡот осҡос сир асыҡланғансы, ул үҫмер ҡорона тиерлек еткән. Әлбиттә, хәҙер бала иҫәптә тора, даими дауаланыу курстары үтә, әммә киләсәге барыбер аяныслы, сөнки ваҡыт үткән, ВИЧ-инфекция организмда ҡайтарып булмаҫлыҡ үҙгәрештәр яһаған.
– Ә баланы тыуҙырғанда уға ВИЧ-инфекция йоҡтороу ихтималлығын кәметеү мөмкинме?
– Бала тыуҙырыу ваҡытында сир йоҡтороу ихтималлығы 50 — 80 процент тәшкил итә. Унан тыш, әсә гинекология сирҙәренә дусар икән, был хәүефте тағы ла арттыра. Берҙән-бер юл – бала тыуғанға тиклем үк тикшереү үтеп, тейешле дауалау курсы алырға, ошоноң менән хәүефте кәметергә.
Шулай уҡ ВИЧ-инфекцияның күкрәк һөтө аша йоғоуы ла бар (ихтималлыҡ кимәле – 15 процент). Шуға күрә ВИЧ инфекциялы әсәләрҙән тыуған сабыйҙарҙы шунда уҡ яһалма туҡланыуға күсерергә тәҡдим итәләр.
– Әгәр ҙә баланың әсәһе һау-сәләмәт, ә атаһы ВИЧ сирле икән, уларҙан һау бала тыуыуы ихтималмы?
– Инфекцияның балаға ҡарында саҡта, тыуғанда йәки имеҙгәндә йоғоуы бар. Әгәр ҙә ир-ат сирле, ә әсә һау икән, яралғы туранан-тура ВИЧ-инфекция йоҡтора алмай. Әгәр ҙә ҡатын-ҡыҙ ауырға ҡалған саҡта инфекция йоҡторһа, тимәк, тыуасаҡ балаһына ла ҡурҡыныс янай тигән һүҙ. Ауырлы ҡатындың организмы үҙгәрештәр кисерә, был инфекцияның әүҙемләшеүенә килтерә.
– Балаға инфекция йоғоу-йоҡмауын ҡасан белергә була?
– Һәр инфекцияға яуап итеп, әсә организмы балаға үҙ антиматдәләрен бирә, улар сабыйҙың организмында яҡынса бер йәшкә тиклем һаҡлана. Ошо осорҙан антиматдәләр юғала икән, тимәк, бала һау-сәләмәт тигән һүҙ. Әгәр ҙә инде тикшереү баланың организмында уларҙың барлығын күрһәтһә, тимәк, сир уны аямаған булып сыға.
Заман технологиялары ярҙамында бала тыуғандың тәүге аҙнаһынан уҡ уның сирле булыу-булмауын теүәл асыҡларға була. Был, үҙ сиратында, кисекмәҫтән дауалау курсы билдәләргә мөмкинлек бирә, баланың киләсәген күпкә еңеләйтә.
– ВИЧ инфекциялы сабыйҙы балалар баҡсаһына йөрөтөргә мөмкинме?
– Әлбиттә. Тик шуныһын күҙ уңында тоторға кәрәк: мәктәпкә тиклемге учреждениеларҙа төрлө сирҙәр, бигерәк тә һалҡын тейҙереүгә бәйле инфекциялар киң таралған – балалар ауырымай тормай. Бындай ауырыуҙар ВИЧ-инфекция йөрөткән сабыйҙың организмын ҡаҡшата, иммунитетына көсөргәнеш төшөрә. Хәүефле сирҙең аҙып китеүе ихтимал.
– Ғөмүмән, ВИЧ инфекциялы балалар Башҡортостанда күпме?
– Республикала 1997 йылдан рәсми иҫәп алып барыла. Ошо осорҙа ВИЧ инфекциялы ҡатындарҙан 2194 бала тыуған (шул иҫәптән, быйыл – 329), уларҙың 136-һына әсәһенән ҡурҡыныс сир йоҡҡан. Диспансер иҫәптән 1558 бала төшөрөлгән, 136-һы – күҙәтеү аҫтында.
Рәсми сығанаҡтар буйынса, Рәсәйҙә ВИЧ инфекциялы балаларҙың һаны — 50 мең самаһы. Әммә уларҙың иҫәпкә алынмағандары бихисап икәнлеген дә инҡар итеп булмай.
Һәр ғаилә бәхетле йәшәргә, һау-сәләмәт бала тыуҙырырға хыяллана. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы ваҡытта был хыялдың селпәрәмә килеүе – дауалап булмаған сирҙең ғаиләнең дә, бер гонаһһыҙ сабыйҙың да киләсәген юҡҡа сығарыуы ихтимал. Ә ВИЧ тигән афәткә юл ҡуймауҙың юлдары үтә ябай: сәләмәт тормош алып барыу, енси бәйһеҙлеккә юл ҡуймау.
Заман медицинаһы ВИЧ-инфекцияны дауалай алмаһа ла, уны әсәнән балаға йоҡтормау, сирҙең үҫешен тотҡарлау йәһәтенән ярайһы уҡ ышаныслы аҙымдар яһай. Иң мөһиме – бәләне ваҡытында асыҡлау.
Һандар һөйләй
Республикала ВИЧ-инфекцияға бәйле хәл 1987 йылдан алып күҙәтелә. Ошо осорҙа сиргә дусар 17 268 кеше асыҡланған, 3440 кеше вафат булған. Шул иҫәптән, 1673 кеше республиканан ситкә йәшәргә киткән, Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән Башҡортостанға килгән 755 кеше рәсми иҫәпкә ҡуйылған. Сирлеләрҙең 54 процентын ҡала халҡы тәшкил итә, ауыл ерендә ВИЧ инфекциялыларҙың 29,83 проценты йәшәй. Федераль яза башҡарыу учреждениеларында – ауырыуҙарҙың 13,66 проценты, асарбаҡтар араһында – 2,08 проценты. ВИЧ инфекциялылар араһында күпселекте 31 – 40 йәштәгеләр тәшкил итә (54,46 процент), унан ҡала – 21 – 30 йәштәгеләр (28,02 процент). Өсөнсө урында — 41 – 50 йәштәгеләр (11,66 процент).
Йыл башынан республикала 2253 ВИЧ инфекциялы кеше асыҡланған (1424 ир-ат, 829 ҡатын-ҡыҙ). Тәүге тапҡыр ВИЧ инфекция табылғандарҙың 321-е Федераль яза башҡарыу хеҙмәте учреждениеларында төрлө енәйәттәр өсөн яза срогын үткәрә.
Шулай уҡ 454 ВИЧ инфекциялы ҡатын-ҡыҙ асыҡланған, 329 ҡатындың балаһы тыуған. 423 кеше яҡты донъя менән хушлашҡан.