Әсәлек капиталы кәрәк әле30.11.2013
Әсәлек капиталы кәрәк әлеБелеүебеҙсә, 2025 йылға тиклем Рәсәй Федерацияһының демографик сәйәсәте концепцияһын тормошҡа ашырыу буйынса төрлө саралар ойошторола. Маҡсат бер — халыҡ һанын тотороҡло итеү һәм уның үҫеше өсөн шарттар тыуҙырыу. Бик мәслихәт эш, тип барыбыҙҙың да указды хуплап ҡаршы алыуыбыҙ иҫтә.

Оҙайлы проектҡа өмөт ҙур

Демографик сәйәсәттең таяныр өс терәге булыуын яҡшы беләбеҙ: тыуымды ишәйтеү, ғүмерҙең оҙайлылығын арттырыу һәм Рәсәйгә сит ил халҡын күпләп йәлеп итеү. Ҡыҫҡаһы, ошо йүнәлештәрҙә ең һыҙғанып эшләү, төптән уйланылған закондар, ҡарарҙар нигеҙендә аҙымдарыбыҙҙы нығытыу мөһим.
Тәүге бурыс — хеҙмәткә һәләтле йәштәгеләрҙең үлем кимәлен йыл да 2-3 процентҡа кәметеү. Икенсеһе — әсәләрҙең һәм сабыйҙарҙың үлемен ҡыҫҡартыу, халыҡтың репродуктив сәләмәтлеген нығытыу. 2025 йылға ошондай үлем осраҡтарын ике тапҡырға кәметеү планлаштырыла. Тормош сифатын яҡшыртыу буйынса бурыстар ифрат ҙур, уларына туҡталып тормай, концепцияның иң мөһим өлөшө — тыуымды арттырыу проблемаһына ғына күҙ һалайыҡ. Әгәр тыуымды йылына кәм тигәндә 2 процентҡа күбәйтә алһаҡ, һөҙөмтәгә өлгәштек тигән һүҙ. Документта икенсе һәм артабанғы балалар тыуыуын дәртләндереү сараларына ҙур иғтибар бирелеүен дөрөҫ, уйланылған аҙым тип баһаларға кәрәк. Бала табыу сертификаттарының һәм әсәлек капиталының сабыйҙар һанының ишәйеүенә этәргес көс булыуын да инҡар итеп булмай. Һәр хәлдә икенсе сабыйын табыуҙы кисектергән әсәләргә матди ярҙам тәүәккәллек тә, ышаныс та биргәндер.
Матбуғат биттәрендә төрлө белгестәрҙең, демографтарҙың әсәлек капиталы тирәһендә һүҙ ҡуйыртыуы, вазифа йөкмәгән етәкселәрҙең “ҡулайлаштырыу” еленә ышыҡланып, 2016 йылдан һуң программаны ябыу кәрәклеге тураһындағы хәбәре халыҡта аңлашылмаусылыҡ та, ризаһыҙлыҡ та тыуҙыра. Ҡыҫҡа сроклы проекттар, ваҡытлыса саралар менән генә халыҡ һанының кәмеүен туҡтатыу мөмкин түгеллеген әллә аңламайҙармы?
Эйе, һуңғы йылдарҙа илдә демография өлкәһендә алға китеш күҙәтелә, был күренештең оҙайлы, тотороҡло булыуын һәммәбеҙ ҙә теләр инек. Әммә уны дәүләт көйләүенән тыш хәл итеп булмауы көн кеүек асыҡ. “Тыуымдың артыуы бер нисә йыл дауам итер ҙә һүнеп ҡуйыр инде, моғайын”, — тип хафалана ғалимдар. Урамда коляска этеп барған атайҙарҙың, йөклө ҡатындарҙың ғәҙәттәгенән йышыраҡ осрауы, бәпәйҙәр тауышының йышыраҡ яңғырауы, хатта балалар баҡсаларында урын етешмәү, мәктәпкәсә йәштәге учреждениеларҙы төҙөүҙе киңәйтеү кәрәклеге кеүек мәсьәләләрҙең юғары даирәләрҙә тикшерелеүе лә — тормошсан, күңелле күренештәр.

Хәстәрлек тә, аҡса ла артыҡ булмаҫ

Демографтарҙың билдәләүенсә, шулай ҙа әле Рәсәйҙә бер бала үҫтереү менән сикләнгән ғаиләләр күпселекте тәшкил итә. Халыҡ һанын тотороҡло итеү өсөн кәм тигәндә һәр ғаиләгә 2,2 бала тура килергә тейеш. Әгәр ҙә бер бала үҫтереү “модаға” инһә, һәр 25 йыл һайын халыҡ һаны ҡырҡа кәмей барасаҡ, тип саң һуҡҡан ғалимдарҙың борсолоуына ҡолаҡ һалмай булмай.
Үҙенең функцияларын үтәмәгән ғаиләне (бала табыу, тәрбиәләп үҫтереү, аяҡҡа баҫтырыу) ғаилә тип атауы ауыр. Гражданлыҡ никахын, альтернатив ғаиләләрҙе нисек тә булһа ғаилә рәтенә индерергә тырышыу аптырата, быларҙың барыһы ла суррогат, яһалма, һис тә заманға хас яңылыҡ, алға китеш булараҡ ҡабул итеүе ауыр. “Мамонттар ҙа ҡасандыр ер йөҙөнән юҡҡа сыҡҡан, ғаилә институты ла мәңгелек түгел”, тип бәхәс ҡороусылар менән ниндәйҙер кимәлдә килешмәй булмай, сөнки ғаиләнең бәҫе, дәрәжәһе артһын өсөн унда йәшәү шарттарының да ылыҡтырғыс, уңайлы, өҫтөнлөклө булыуы шарт. Тормош кимәле юғары булғанда беҙгә әлегеләй аҡсаһыҙлыҡтан, эшһеҙлектән йонсоған гастарбайтерҙар урынына белемле, эшлекле, юғары квалификациялы кадрҙар ағылыр ине. Әммә йәшәү кимәле беҙҙә маҡтанырлыҡ түгел. “Бары үҙебеҙҙәге аяғында ныҡлы баҫып торған күп балалы ғаиләләрҙе ишәйтеү өсөн дәртләндереү сараларын уйлау кәрәк”, тип иҫәпләй демографтарҙың күпселеге.
Ғаиләле булыуҙы, балалар үҫтереүҙе өҫтөнлөклө, дәрәжәле итеү, матди яҡтан дәртләндереү буйынса барыһы ла эшләнә тип әйтеү дөрөҫ булмаҫ. Беҙгә төплө уйланылған оҙайлы торлаҡ сәйәсәте, ҡыҙыҡтырғыс йәшәү рәүеше, өр-яңы күҙлектән сығып ойошторолған эш кәрәк. Әсәлек капиталы тап ошондай емешле, баһалы аҙымдарҙың береһе булды ла инде. Бала үҫтереүсе ғаиләгә хәстәрлек тә, аҡса ла һис ҡасан да артыҡ түгел бит.

Башҡортостан — лидерҙар рәтендә

Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһе тарафынан әсәлек капиталына тапшырылған сертификаттар һаны 160 меңдән ашты. Ошо осор эсендә ул 91 меңдән ашыу ғаиләгә торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға булышты. 64 меңдән ашыу ғаилә уның ярҙамында торлаҡ кредиттарын ҡапланы. Ошо маҡсатҡа ғына Пенсия фонды идаралыҡтары 20,5 миллиард һум аҡса йүнәлтте. Башҡортостан Үҙәктән барлығы 29 миллиард һум аҡса алып, лидерҙар рәтендә ҡалды.
Фонд мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 2009 йылдың 1 июленән 2013 йылдың 1 сентябренә тиклем Чечняға әсәлек капиталын түләүгә 32 миллиард һум аҡса күсерелгән, халыҡ һаны буйынса республика 37-се урынды биләй, ә 12 миллион халыҡ йәшәгән Мәскәү әсәлек капиталын түләү буйынса хатта тәүге ун төбәк исемлегендә лә юҡ (ни бары 15 миллиард һум). Тыуым артмаһа ла, баш ҡалала йәшәүселәр һаны дүрт йылда 1,5 миллион кешегә күбәйгән. Кавказ республикаларында күп балалы ғаиләләр ғәҙәти күренеш булғанға күрә, түләүҙәр ҙә унда мулыраҡ.
Белгестәр билдәләүенсә, программаны бөтөрөү тотороҡланып өлгөрмәгән демографик күрһәткестәрҙә мотлаҡ кире сағылыш табасаҡ. Әлбиттә, тыуым үтә түбән булған төбәктәрҙә әсәлек капиталының дәртләндереүсе көсө беҙ көткән дәрәжәлә булмауы ихтимал, сөнки уның күләме ғаилә иңендәге бөтә ҡатмарлы мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн тейешле дәрәжәлә ҙур түгел. Әммә ишле ғаиләләргә ыңғай ҡараш йәшәгән төбәктәрҙә ул ылыҡтырғыс көскә эйә, тип иҫәпләй эксперттар.
Өҫтәүенә, ғаилә капиталын билдәле шарттарҙа тотоноу (ипотека кредитын сертификат алған кешегә рәсмиләштереү, капитал аҡсаһы файҙаланып алынған торлаҡты ғаиләнең бөтә ағзаларына тигеҙ бүлеү һ.б.) ҡағиҙәләренең ни тиклем мөһимлеген тормош үҙе раҫланы. Үкенескә ҡаршы, әсәлек капиталын ҡулаҡсаға әйләндереүҙең төрлө схемаларын уйлап тапҡан законды боҙоусылар ҙа осраштыра. Рәсәй Федерацияһы ҡануниәтендә билдәләнгән тәртип һәм положениеларҙы тупаҫ боҙоу тигән һүҙ был.

Ауыҙы бешмәгәндәр өсөн оло һабаҡ

Күңелһеҙ миҫалдарҙы әллә ҡайҙан эҙләйһе юҡ. Яңыраҡ ҡына Шишмә районында ата-әсәнең ғаилә капиталы менән мутлыҡ ҡылырға маташыуы фашланды. Икенсе балаһын тапҡандан һуң 22 йәшлек ҡатын Пенсия фондына тормош шарттарын яҡшыртыуға әсәлек капиталын алыу үтенесе менән мөрәжәғәт итә. Кредитҡа фатир алыу хаҡында документтар тапшырып, 388 мең һум аҡса ала. Ғәмәлдә ул фатир алырға уйлап та ҡарамай, торлаҡ гражданлыҡ никахында йәшәүсе ирҙеке булып сыға. Ә аҡсаны иномарка алыуға тотоналар. Законда капиталды автомобиль һатып алыуға тотоноу ҡаралмаған.
Рәсәй буйынса бындай мутлыҡтар, алдашыуҙар осрап тора. 400-ҙән ашыу коммерция фирмаһының, социаль яҡтан имен булмаған ғаиләләр тураһында мәғлүмәт йыйып, сертификаттарҙы ҡулаҡсаға әйләндерергә тәҡдим итергә башы еткән. Ноябрь айында Мәскәүҙең Тверь суды әсәлек капиталы менән бысраҡ эштә ҡатнашыуҙа ғәйепләнеүсе биш кешене ҡулға алырға рөхсәт бирҙе. 10,5 миллиард (!) һум аҡсаны ҡулға төшөргән бурҙарҙың “таҫыллығына”, бер кемдән дә ҡурҡмауына һуш китерлек. Эске эштәр министрлығының мәғлүмәттәренә ҡарағанда, мутлашыусылар исемлеге улар менән генә бөтмәй, тағы ла алты кеше закон алдында яуап тотасаҡ. Үрҙә телгә алынған ҡара эштәрҙе ойоштороуҙа “Опоры России” ойошмаһының вице-президенты Павел Сигалдың ғәйепләнеүе лә билдәле. Ғөмүмән, оҙон аҡса тирәһендә балға ябырылған себендәй эскерле әҙәмдәрҙең мыжғыуы, мутлашыусы ҡараҡтарҙың төрлө алдаҡсы юлдар менән халыҡтың аңын томалап, “ҡалъя”ны эләктерергә теләүе яңылыҡ түгел. Берҙән-бер юл — закондарыбыҙҙы һанға һуғыу, кәңәшләшеп эшләү, ымһындырғыс вәғәҙәләрҙән ары тороу. Ҡайһы бер ата-әсәнең “әсәлек капиталын алыу өсөн күп йөрөргә, байтаҡ документ әҙерләргә кәрәк, шул эштәрҙе ябайлаштырып булмаймы?” тигәнерәк һорауҙарына ошо миҫалдар үҙе яуап, алданған ғаиләләрҙең әсе тәжрибәһе әле ауыҙы бешмәгәндәр өсөн оло һабаҡ булһын.

* * *
Эйе, сертификатты алыуҙың һәм тотоноуҙың үҙ нескәлектәре, шарттары, ҡыйынлыҡтары бар. Улары ла ғаилә, бала мәнфәғәтен тулыраҡ яҡлау, имен булмаған ғаиләләр тарафынан матди ярҙамдың әрәм-шәрәм ителмәүен, дәүләт ярҙамына ситтәрҙең ҡул һуҙмауын тәьмин итеү өсөн һуғарылған. Йомғаҡлап шуны әйтергә мөмкин: Рәсәй етәкселеге илдәге демографик көрсөктән сығыу юлдарын эҙләгәндә ғаиләлә икенсе, өсөнсө йәки артабанғы балалар тыуымын дәртләндереүҙе күҙ уңында тотто һәм һис тә яңылышманы. Уйланылған аҙымдар тағы ла һөҙөмтәлерәк булһын өсөн 2016 йылдан һуң икенсе һәм артабанғы сабыйҙарын табырға баҙнат иткән ғаиләләр дәүләт ярҙамының өҫтәмә сараларына хоҡуҡтарҙан мәхрүм ителмәһен ине.
Мамонттарҙың ҡасандыр ер йөҙөнән юҡҡа сығыуына ҡайғырып ултырыуға ҡарағанда ҡулыбыҙҙан килгән эште — халҡыбыҙҙы һан һәм сифат яғынан тотороҡло итеүҙе — хәстәрләү күпкә хәйерлерәк түгелме?

Сәлиә Мырҙабаева, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты:
— Дәүләт Думаһында киләһе йылға һәм 2015 — 2016 йылдарға федераль бюджет проектын өйрәнеү дауам итә. Ҡайһы бер тармаҡтар буйынса сығымдар ҡыҫҡартылһа ла, ғаиләне, балаларҙы яҡлау буйынса барлыҡ йөкләмәләр ҙә үтәләсәк. Мәҫәлән, әсәлек капиталы әлеге 408 960 һумдан киләһе йылда
429 408 һумға етәсәк.


Вернуться назад