Һеҙҙең бер бөтөн ағастан йоморо шар уйып эшләнгән, шуның эсендә тағы берәүһе, уныһының эсендә эсе ҡыуыш өсөнсө шар булған әйберҙе күргәнегеҙ бармы? Һәр береһе икенсеһенең эсендә айырым-айырым тәгәрәп йөрөй. Юҡ, тип яуап биререгеҙгә лә ышанам. Ә бына уны эшләүсе оҫта Сибай ҡалаһынан Әнүәр Игебаев булыр.
Ағастарға йән өргән тылсым эйәһе серле мөғжизәле композицияны эшләү өсөн генә дүрт йыл ваҡытын сарыф итә. “Башҡорт тубы” тип исемләнгән серле шарҙы тәүге тапҡыр күреүселәр, уны ҡулына алғас, төрлөсә әйләндереп ҡарай. Аптырап та ҡуя бәғзеләре: нисек инде, бер ниндәй ялғауһыҙ-ниһеҙ шар эсенә бер түгел, хатта өс шарҙы индерергә мөмкин? Ҡасандыр Мәскәүҙә халыҡ-ара күргәҙмәлә тамашасылар иғтибарына ике шарҙан торған “Ҡытай тубы” тәҡдим ителгән булған. Әнүәр Нуретдин улының “Башҡорт тубы” иһә өс шарҙан ғибәрәт!
“Ни өсөн тап ошондай серле шар эшләргә булдығыҙ?” тигән һорауыма Әнүәр Игебаев, тыйнаҡ ҡына йылмайып, былай тине:
– Шар эсендә шарҙар яһап булыуы хаҡында ишеткәйнем. Күрәһең, теләк шул тиклем көслө булғандыр, яҡынса эскизын һыҙып, эшкә тотондом. Төрлө диаметрҙағы тишектәр яһағас, тәүҙә иң төптәге шарҙы ысҡындырҙым, артабан – икенсеһен, өсөнсөһөн. Ә дүртенсеһе – тышҡы ҡатты тәшкил иткәне – иң ауыры булды. Бигерәк тә шарҙы тигеҙләп шымартыу – үтә мәшәҡәтле, күп ваҡытты алған шөғөл. Иң сетереклеһе шул: бында күпселек эш һиҙемләү ярҙамында башҡарыла, сөнки төптәге шарҙар бөтөнләй күренмәй тиерлек.
Барыһын да үҙе уйлап табып, алтын ҡулдары менән эшләгән композиция күп кенә күргәҙмәләргә ҡуйылған. Һәр ерҙә барыһы ла Әнүәр Игебаевтың ошо эшенә һоҡланып та, аптырап та ҡарай. Бына уның тағы бер композицияһы: бер бөтөн оҙонса ағас сфера эсендә думбырасы уйнап ултыра, уның янында ике кеше ихласлап тороп йыр-моң тыңлай... Йәки икенсеһенә иғтибар итәйек: уртала оҙонса рам эсендә һунарсы менән айыу “көс һынаша”, рам өҫтән ағас түңгәләктәр, аҫтан сынйырҙар менән уратып алынған. Ысынлап та, Әнүәр Нуретдин улының күпселек эштәре – бер бөтөн ағасты һырлап эшләгән һоҡланғыс сәнғәт әҫәре. Уны башҡаса атау мөмкин дә түгел.
– Эштәремде ҡатмарлаштырғандан-ҡатмарлаштырырға тырышам, – ти оҫта үҙе. – Бәләкәй сағымда атайымдың ағаһы – Сәйфетдин олатайымдың бер ағас ижауын күреп, хайран ҡалғайным. Һабында өсәр түңгәләктән торған ике ағас сынйыры бар ине. Шуны йыш ҡына ҡулыма алып, быларҙы өҙмәй нисек эшләгәндәр икән, тип аптырай торғайным. Баймаҡ мәктәп-интернатында, Сибай педагогия училищеһында уҡыған саҡта ағасты һырлап биҙәү серҙәрен үҙләштерергә тырыштым. Күңелдә ағас сынйыр эшләү теләге тыуҙы. Тәүҙә уның өс дүңгәләклеһен яһап ҡараным. Килеп сыҡты. Артабан ҡатмарлыраҡ әйберҙәргә тотондом, – ти Әнүәр Игебаев.
Йылайырҙағы “Венер” мәсете өсөн оҫтаның махсус эшләгән ултырғысын (семәрләп), бер бөтөн ағастан, өҙмәй, ялғамай, һырлап эшләгән статуэткаларын, панноларын, сылбырлы ижауҙарын, вазаларын һәм башҡа бихисап әйберҙәрҙе ҡарайһың да, уның алтын ҡуллы тылсымсы, мөғжизә тыуҙыра алырлыҡ оҫта булыуына һоҡланып туймайһың.