Мәңге онотмабыҙ27.11.2013
2013 йылдың 1 ноябрендә 83 йәшендә тарих фәндәре кандидаты, доцент Рауил Әфләтун улы Бикбаев вафат булды.

Ул Ейәнсура районының Назар ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. 1941 йылда Әбүләис башланғыс мәктәбен тамамлағандан һуң, биш йыл урындағы "Көрәш" колхозында эшләй. 1946 йылда Ырымбур өлкәһендәге Желтый педучилищеһына уҡырға инә һәм 1950 йылда уны ҡыҙыл дипломға тамамлай. Ырымбур педагогия институтының тарих факультетын тамамлағас, ул районыбыҙҙың Һаҡмар, Үтәғол урта мәктәптәрендә тарих фәне уҡытыусыһы, Бикбау һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә директор булып эшләй, бер үк ваҡытта К. Маркс исемендәге колхоздың партия ойошмаһы секретары вазифаһын да башҡара. Ул заманда Бикбау мәктәбе һәм колхозы өлгәшкән уңыштарҙа Рауил Әфләтун улының хеҙмәт өлөшө ифрат ҙур була.
Белемгә һәм тарих фәненә ҡарата булған ынтылышы яңы үрҙәргә әйҙәй: 1962 йылда ул Свердловскиҙағы Урал дәүләт университетының аспирантураһына уҡырға инә, 1965 йылда уны уңышлы тамамлап, тарих фәндәре кандидаты дәрәжәһенә өлгәшә. Артабан уның Башҡортостан вуздарында оҙайлы фәнни-педагогик эшмәкәрлеге башлана. Стәрлетамаҡ, Бөрө педагогия институттарында, Өфө авиация институтында өлкән уҡытыусы, доцент, кафедра мөдире сифатында тарих фәнен тағы ла юғарыраҡ кимәлгә күтәреү өлкәһендә арымай-талмай хеҙмәт итә. Ҡайҙа ғына эшләһә лә, Рауил Әфләтун улы үҙенә хас тырышлыҡ, талапсанлыҡ, юғары профессионализм сифаттарына тоғро ҡалды, Башҡортостан тарихы буйынса 86 ғилми хеҙмәт яҙҙы, ике китап баҫтырҙы.
Хаҡлы ялға сыҡҡас та Рауил Әфләтун улы республикабыҙҙың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашты: "Башҡортостан энциклопедияһы", "Башҡортса дини календарь" буйынса ижади эш алып барҙы, халҡыбыҙҙың данлы үткән юлы, күренекле шәхестәре тураһында фәһемле мәҡәләләр яҙҙы.
Тормош юлдашы, һәләтле педагог Сажиҙә Ваһап ҡыҙы менән ике бала тәрбиәләп оло тормош юлына сығарҙылар, улдары Ғәлим, ҡыҙҙары Ләйлә үҙ һөнәрҙәре буйынса уңышлы эшләп йөрөй, балалар үҫтерә.
Күп йыллыҡ емешле хеҙмәте өсөн Рауил Әфләтун улы "Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре" тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең Журналистар союзына ағза итеп ҡабул ителде.


Вернуться назад