Матди именлек кенә рухиәтте билдәләмәй27.11.2013
Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылында үткәрелгән «Ҡала мөхите» халыҡ-ара социаль реклама фестивалендә был юлы төп иғтибар ҡалаларыбыҙҙың таҙалығына бүленде. Туғыҙынсы тапҡыр ойошторолған сарала Екатеринбург, Силәбе, Киров, Омск, Харьков, Златоуст, Өфө һәм башҡа тарафтарҙан бәйгеселәр ҡатнашты.

– Бер нисә йыл элек экология өсөн ботаниктар менән ошо өлкә белгестәре генә борсолһа, бөгөн тирә-яҡ мөхитебеҙҙең бысраныуы бөтә донъя халҡын хафаға һала һәм был мәсьәләнең тиҙ арала хәл ителеүен талап итә. Бер илдә лә йәмғиәттең матди именлеге халыҡтың мәҙәнилеген һәм рухиәтен билдәләмәй, – тине матбуғат конференцияһында Мәскәүҙән килгән жюри рәйесе Гюзелла Николайшвили.
– Йылдан-йыл фестиваль офоҡтарын киңәйтә. Республикала ғына түгел, ул Рәсәйҙә, хатта сит илдәрҙә танылыу яулай бара, – тине баш ҡала хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге етәксеһе Асҡар Фазлыев.
Эштәрҙә сәләмәт тормош алып барыу һәм экология темалары өҫтөнлөк итте. Өфөнән Ксения Тяптина менән Аида Кантимерованың «Беҙ үҙгәртә алған киләсәк», Бөрөнән Лиана Рауилованың «Мәҙәни ожмах» тигән фоторәсемдәре иң яҡшыһы тип танылды. Полиграфия эштәренә килгәндә, Харьковтан Александр Никандровтың «Руль артында эсергә яратыусылар клубы» плакатына тиңдәр булманы. «Иң яҡшы тышҡы реклама» исеменә Өфөнән Татьяна Карцеваның «Тәндәге сүп-сар» тигән эше лайыҡ булды.

Рубен КАЗАРЯН, Ҡаҙағстандан «Aurora» ижтимағи ойошмаһы рәйесе, жюри ағзаһы:
– Өфө матур ҡала икән. Халҡы ла үҙенсәлекле. Шуға фестивалгә ебәрелгән эштәр ҙә ҡыҙыҡлы. Уларҙа һәр кемдең тормошто үҙенсә һиҙемләүе, тойомлауы күренә.

Юлиә ҮТӘШЕВА, фестиваль эштәрен ҡарарға килгән:
– Кешеләргә дөрөҫ юл күрһәтеүсе социаль реклама бик кәрәк. Әгәр беҙ ошо ҡалала йәшәйбеҙ икән, уның таҙалығын да хәстәрләү зарур.


Вернуться назад