“Кроношпан” проекты эсәр һыу өсөн хәүефһеҙ27.11.2013
Өфө районында “Кроношпан” предприятиеһын төҙөү, ҡуйылған талаптарҙың бөтәһен дә үтәгән осраҡта, баш ҡалалағы һыу тәьминәте системаһы өсөн хәүеф тыуҙырмай. Республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы белгестәре ошондай һығымтаға килгән.

“Кроношпан” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең төҙөлөш майҙансығы һәм таҙартылған һыуҙы ағыҙыу урыны санитар һаҡ зонаһынан ситтә, Шакша йылғаһы үҙәненән алты саҡрым алыҫлыҡта, урынлашҡан.
Икенсе һыҙаттағы санитар һаҡ зонаһында бысраҡ һыуҙы гигиена талаптарына ярашлы таҙартҡандан һуң ғына ағыҙыу рөхсәт ителә. Тыйыу яғыулыҡ-майлау материалдары, ағыулы химикаттар, минераль ашламалар келәте, бысраҡ һыуҙы туплағыстар, шлам һаҡлағыстар, ер аҫты һыуҙарын химик бысратыу хәүефе тыуҙырған башҡа объекттарға ҡағыла.
Ямғыр һәм ҡар һыуы таҙартылғас ҡына Индустриаль парктан Шакша йылғаһына ағыҙыласаҡ. “Өфө һыу каналы” муниципаль унитар предприятиеһының “Төньяҡ һыу алыу ҡоролмаһы”на был һыу төшмәй, сөнки ул Өфө (Ҡариҙел) йылғаһының үрге ағымында, Шакша йылғаһы үҙәненән 10 саҡрым алыҫлыҡта, урынлашҡан.
“Өфө һыу каналы”ның “Көньяҡ һыу алыу ҡоролмаһы” йылға үҙәненә яҡын, шул уҡ ваҡытта таҙартылған һыуҙы ағыҙыу урынынан 37 километр алыҫлыҡта. Был ҡоролмала һыу ер аҫты сығанаҡтарынан алына.
“Төньяҡ һыу алыу ҡоролмаһы” үрге ағымда урынлашҡанға, ә “Көньяҡ һыу алыу ҡоролмаһы” заманса таҙартыу системаһы менән йыһазландырылғанға һәм бысраҡ һыу сығанағынан йыраҡ урынлашҡанға күрә, Өфөнөң һыу тәьминәте өсөн хәүеф юҡ.


Вернуться назад