Һорауҙарығыҙ булһа...27.11.2013
Рәсәй Президентының Башҡортостандағы йәмәғәт башланғысында ҡабул итеү бинаһында (Өфө ҡалаһы, Цюрупа урамы, 100, тел./факс: 251-64-39) граждандарҙы ҡабул итәләр:
2 декабрҙә көндөҙгө сәғәт 2-нән 4-кә тиклем Ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау һәм кеше именлеге өлкәһендәге күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан идаралығы етәксеһе Степанов Евгений Георгиевич,
3 декабрҙә иртәнге сәғәт 10-дан 12-гә тиклем Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан идаралығы етәксеһе Дауытов Салауат Булат улы,
3 декабрҙә көндөҙгө сәғәт 2-нән 4-кә тиклем Башҡортостан Республикаһында Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Скоробогатова Милана Марат ҡыҙы,
4 декабрҙә иртәнге сәғәт 10-дан 12-гә тиклем Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостандағы Тәфтиш идаралығы етәксеһе Касьянов Алексей Анатольевич,
5 декабрҙә көндөҙгө сәғәт 2-нән 4-кә тиклем Федераль яза башҡарыу хеҙмәтенең Башҡортостандағы Баш идаралығы начальнигы Шалыгин Виктор Васильевич,
9 декабрҙә көндөҙгө сәғәт 2-нән 4-кә тиклем Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығы етәксеһе урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Әсәҙуллин Миҙхәт Наил улы,
10 декабрҙә иртәнге сәғәт 10-дан 12-гә тиклем Башҡортостан буйынса эске эштәр министры Закомалдин Михаил Иванович,
11 декабрҙә иртәнге сәғәт 10-дан 12-гә тиклем Федераль дәүләт теркәүе, кадастр һәм картография хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығы етәксеһе урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Динмөхәмәтов Мөхәррәм Йомағужа улы,
16 декабрҙә көндөҙгө сәғәт 2-нән 4-кә тиклем Башҡортостан Республикаһында Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил Ҡәйүмов Рим Фидай улы.


Вернуться назад