Етемдәрҙең өлөшөн кем ашай?27.11.2013
Етемдәрҙең өлөшөн кем ашай?Маяҡ балалар йортонда тәрбиәләнгән 15 йәшлек үҫмерҙең ике бүлмәле фатирын законһыҙ ҡуртымға биргәндәр. Уның өсөн һәр айға 300 һум аҡса түләгәндәр. Етмәһә, был хаҡ та тулыһынса үҫмерҙең иҫәбенә күсерелмәгән.

Башҡортостандағы опека учреждениеларын тикшергәндә ошо һәм башҡа тупаҫ тәртип боҙоуҙар асыҡланыуы хаҡында һөйләне Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Павел Астахов республика Хөкүмәтендә үткән осрашыуҙа.
– Дөйөм алғанда, хәл һәйбәт кенә булһа ла, бихисап кәмселектәр асыҡланды, – тине балалар омбудсмены. – Бындай тикшереүҙәрҙең төп һөҙөмтәһе ғәйеплеләрҙе язаға тарттырыу түгел, ә уларҙы матур, һөҙөмтәле итеп эшләргә өйрәтеү. Үкенескә ҡаршы, бығаса беҙҙә бының менән берәү ҙә шөғөлләнмәне.
Йылайыр коррекция мәктәп-интернатында бихисап тәртипһеҙлек фашланған. Асҡар, Түбә, Салауаттағы балалар йорттарында тәрбиәләнеүселәрҙең тыуып үҫкән өйҙәре, уларҙың торошо менән ҡыҙыҡһынған әҙәм булмай. Күпселек сабыйҙар тейешле алиментты ала алмай. Араларында уғата “хәстәрлекле” хужалар ҙа асыҡланған: дарыу һәм башҡа кәрәк-яраҡ бушлай бирелергә тейешле инвалидтарға әйберҙәрҙе уларҙың аҡсаһына алғандар. Ә яңауылдар барыһын да уҙҙырған: көнкүреш йыһаздары өсөн етемдәрҙең иҫәбендәге аҡсаны тотонғандар. Әммә быны раҫлаған һатып алыу чегын күрһәтә алмайҙар.
Павел Астахов шулай уҡ үҫмерҙәр араһында ауырға ҡалыу осрағының йышайыуын айырым телгә алды. Мәҫәлән, былтыр бәлиғ булмаған ике мең ҡыҙҙың ошондай хәлгә тарыуы теркәлгән, 1006 аборт эшләнгән. Ә 139-ы бер йылда ике тапҡыр барған, 127-һе бала табыу йортонда сабыйын ҡалдырған. Бынан тыш, айырыуса ҡыҙҙар араһында тәртип боҙоуҙар күбәйгән.
Республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова инспекцияның был юҫыҡтағы “ауыртҡан урынды” табырға ярҙам итеүен билдәләне.
– Өс айҙан һуң Прокуратура, Эске эштәр министрлығы менән ошондай уҡ тикшереү үткәрергә ҡарар иттек, – тине ул.
Павел Астахов шулай уҡ республикала ғаилә именлеген профилактикалау йәһәтенән ыңғай тәжрибәне лә атаны. Мәҫәлән, беҙҙә ата-әсәлек хоҡуғынан шунда уҡ мәхрүм итеү тыйыла: тәүҙә тәрбиә, аңлатыу, иҫкәртеү эше алып барыла. Һөҙөмтәлә һуңғы ике йылда бындай ғаиләләр һаны мең самаһына кәмегән.


Вернуться назад