Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы ун бишенсе тапҡыр ойошторған “Йәш ғаилә” республика конкурсының финалы быйыл Нефтекамала булды. Был бер ҙә осраҡлы түгел: һуңғы ваҡытта ҡалала йәштәргә иғтибар бермә-бер артты.
Конкурстың ҡала һәм райондарҙа үткән этабы һөҙөмтәһендә 22 ғаилә республика кимәлендәге ярышта ҡатнашырға теләк белдерҙе. Ойоштороу комитеты “Йәш ғаилә-2013” исеме өсөн артабанғы һынауҙарға уларҙың етәүһен һайлап алды. Борай районынан Исламовтар, Дүртөйлөнән Исламғәлиевтәр, Ишембай районынан Слеповтар, Нефтекаманан Дәүләтшиндар, Стәрлетамаҡ районынан Насировтар, Өфөнән Потехиндар һәм Өфө районынан Әҙеһәмовтар “Йәштәр һарайы” сәхнәһендә өс төрлө номинацияла үҙ оҫталыҡтарын күрһәтте.
...Ҡурай моңо аҫтында ғаиләләре тураһында шиғри юлдар менән бәйән итеп, шау-гөр килеп сәхнәгә сыҡты Өфө районының Шамонин ауылынан килгән Зилә һәм Юнир Әҙеһәмовтар. Ололарҙың да, ҡыҙҙары Айгүзәл, Лилиә һәм Әлфинәнең дә сағыу башҡорт милли кейемендә булыуы сығышты тағы ла йәмләп ебәрҙе. Уларҙың Башҡортостан картаһы фонында эшләнгән шәжәрәләре юғары баһаға лайыҡ булды. Шуға ла “Үткәндәрҙе онотмайса, киләсәккә атлайбыҙ!” номинацияһында Әҙеһәмовтарға лауреат исеме бирелде.
— “Йәш ғаилә-2013” республика конкурсында бик теләп ҡатнашабыҙ, — тип һөйләне Әҙеһәмовтар. — Финалға үтеп, ниндәйҙер исем алыу төп маҡсат түгел. Әлбиттә, сығышыбыҙҙы баһалап, ыңғай яҡтан билдәләйҙәр икән, был — барыбыҙ өсөн дә ҙур шатлыҡ.
“Йондоҙло ғаилә” номинацияһында Борай районынан Исламовтар еңеп сыҡты, тамашасы һөйөүен Ишембай районынан Слеповтар яуланы.
Һәр бәйгеләге кеүек, төп приздарға лайыҡ булыусыларҙы иғлан итеүҙе ҡатнашыусылар ҙа, уларҙы дәртләндерергә килгән туғандары, дуҫ-иштәре һәм залда ултырған тамашасы ла тулҡынланып көттө. Конкурсты ҡабул иткән Нефтекама вәкилдәре был юлы ла үҙҙәрен һынатманы. Юлиә һәм Рәмил Дәүләтшиндар ғаиләһе Гран-при яуланы. Беренсе урын — Потехиндарға, икенсе урын – Насировтарға, өсөнсө урын Исламғәлиевтәргә бирелде. Еңеүселәргә ҡиммәтле бүләктәр һәм дипломдар тапшырылды.