— ти бер йәше саҡ тулып килгән Айбулат Мансуров. Хөрмәтле гәзит уҡыусылар, һеҙ һүрәттә күргән ошо малай баҫмабыҙҙың ҡәҙерен белә. Бер ҙә уны йыртҡылап-өҙгөләп ташламай, киреһенсә, һәр һүрәтен, яҙыуҙарын иғтибарлап ҡарап сыға, шунан сәпәкәй итеп йылмайып ҡуя. Күрәһең, был: "Бөгөнгө һан да ҡыҙыҡлы булған", — тип әйтергә теләүелер.
Ысынлап та, дуҫтар, бер олоно, бер кесене тыңла тигәндәй, "Башҡортостан" йортобоҙға яңылыҡ, күңелебеҙгә ял, йөрәгебеҙгә дәрт һәм аңыбыҙға аҡыл алып килә. Әйткәндәй, ваҡыт үтер ҙә китер, баҫмаларға яҙылыу осоро тамамланыр, шуның өсөн кем гәзиткә яҙылып өлгөрмәгән, почта бүлексәләренә ашығырға саҡырабыҙ!