Кем зирәк — тап тиҙерәк!05.01.2012
Кем зирәк — тап тиҙерәк!Горизонталь буйынса. 6. Ҡырҡып боталған нәҙек оҙон ағас. 7. Йөрәк дарыуы. 9. Махсус уҡыу йорто. 10. Реклама газы. 11. Йәшелсә. 12. Һәр күлдә ... булмаҫ. 16. Ер йөҙөн сағылдырған һыҙма. 17. Йондоҙ сәскә. 20. Ҡабул булмаҫ доғаға ... тотма. 22. Боронғо Римда хужаһын оҙатып йөрөгән ҡораллы ялсы. 23. Берәй сәбәптән тотош йәки яртылаш эшкә яраҡһыҙ булып ҡалған кеше. 24. Электр тогының көсөн үлсәү берәмеге.

Вертикаль буйынса. 1. Бер бөтөндөң өлөшөн күрһәткән һан. 2. Спортсы. 3. Туҡмас. 4. Тантаналы йыр. 5. Күрһәтмә, әмер. 8. Театр, кино. 13. Ҡулъяҙманың аҡҡа күсерелмәгән тәүге һыҙмалары. 14. Һары төймә сәскәле әсе үлән. 15. Уралдағы йылға. 18. Германиялағы ҡала. 19. Франциялағы ҡала.
Ф. ҠАРАНОВ төҙөнө.


Вернуться назад