Ризалыҡ алыу мөһим26.11.2013
“Кроношпан” заводын төҙөү мәсьәләһе буйынса бәхәстәр әле һаман тынмай. 22 ноябрҙә Өфөлә Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле аппаратының “Кроношпан” заводын төҙөү мәсьәләһенә арналған эш төркөмө етәкселеге Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы ағзалары менән берлектә ултырыш үткәрҙе. Уның эшендә Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары, республиканың башҡарма власть органдары, граждандарҙың инициатива төркөмө вәкилдәре ҡатнашты.

Буласаҡ завод янында йәшәгән кешеләрҙең, йәмәғәт эшмәкәрҙәренең, министрлыҡ һәм ведомство вәкилдәренең, экологтар һәм эксперттарҙың фекерҙәре тыңланды. Эш төркөмө етәксеһе, Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле ярҙамсыһы Александр Дрожжин әйтеүенсә, әлеге ваҡытта төҙөлөшкә ҡағылышлы бөтә мәсьәләләр ҙә ентекле өйрәнелә. Проекттың экологик, иҡтисади һәм юридик яҡтары тураһында һүҙ бара.
— Беҙҙең эшмәкәрлек хәлде бөтә яҡлап та аңлауға йүнәлтелгән. Проект документацияһын дәүләт тикшереүенән тыш, инвестиция проектын тормошҡа ашырыуҙың һөҙөмтәлелеге тураһында бойондороҡһоҙ эксперт ҡарары мотлаҡ сығарыласаҡ. Был йәһәттән халыҡ-ара кимәлдәге абруйлы эксперттар йәлеп ителгән комиссия эшләйәсәк, — тине ул.
Ултырышта ҡатнашыусылар закон нигеҙендә эшләргә, объектив баһаларҙы һәм экспертиза һөҙөмтәләрен иҫәптә тоторға кәрәклегенә баҫым яһаны. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: был эш төркөмө Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса булдырылғайны.

Михаил БАБИЧ, Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле:
— Тикшереүҙе башлар алдынан заводты төҙөүгә бәйле барлыҡ эштәр туҡтатылды. Экспертиза һөҙөмтәләрен Рәсәй Президентына еткереү менән тейешле бойороҡтар алдыҡ һәм бөгөн уны үтәйбеҙ. Махсус документтар әҙерләнергә тейеш, проекттың техник-иҡтисади нигеҙенән алып экологияға тиклем барыһы ла өйрәнелә. Бынан тыш, урындағы власть органдарына төҙөлөшкә ҡаршы төшкән граждандарҙың ризалығын алыу буйынса эшләргә ҡушылды.


Вернуться назад