Хәүефле ауырыуҙар иҫкәртелә26.11.2013
Башҡортостан Хөкүмәте республикала мал бешмәһе, Африка тағуны сирҙәренең таралыуына юл ҡуймау маҡсатындағы комплекслы саралар планын раҫланы.
Бындай саралар хәүефле һәм карантинлы сирҙәр буйынса хәлдең ҡырҡа насарайыуына бәйле. Контроль өсөн ғәҙәттән тыш ведомство-ара комиссия ойошторолдо, уға Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Эрнст Исаев етәкселек итә. Комиссия составына ил һәм республика министрлыҡтары, ведомстволары, контроль органдары, көс структуралары, ҙур агросәнәғәт предприятиелары вәкилдәре инде, тип хәбәр ителә Башҡортостандың хоҡуҡи мәғлүмәт порталында.