Иленә ҡарап – табыны05.01.2012
- Француздар Яңы йыл байрамында ҡыҙҙырылған күркә ите ашамаһа, йыл буйы ризыҡҡа мандымаҫбыҙ тип ҡурҡа.
- Ә бына Австрия, Венгрия, Югославия халҡы Раштыуала өҫтәлгә бер ниндәй ҙә ҡош ите ҡуймай, сөнки алда көткән бәхетле мәлдәр осоп китер тигән хөрәфәткә ныҡ ышана. Улар күберәк емеш-еләк һәм һарыҡ итенән бешерелгән аш-һыу әҙерләй.
- Румыния, Болгария һәм Австралияла, башлыса, ҙур бәлеш әҙерләп, уның эсенә тағы бер ҡат ҡамырға төрөлгән аҡса, өрөк, ҡыҙыл борос ҡыҫтырып бешерәләр. Йәнәһе, ул кем өлөшөнә эләгә – шул бәхетле буласаҡ.
- Польшала Раштыуа табынына ун ике төрлө аҙыҡ әҙерләп ҡуялар, әммә береһе лә иттән бешерелмәй. Ҙур шоколад торты, ҡара емешле арпа бутҡаһы, бәшмәк ашы, баллы ҡоймаҡ, емеш-еләк һәм башҡа ризыҡ менән мотлаҡ балыҡ бешерәләр. Поляктар балыҡты бәхет-шатлыҡ килтереүсе символ тип һанай.
- Испания, Куба һәм Португалия халҡы иһә виноград тәлгәшен муллыҡ һәм бәхет килтереүсе тип уйлай. Шуға улар, бер бөртөк виноград ҡабып, үҙҙәренә бәхет юрай, ун ике айҙа ла тормошҡа ашһын тип, ун ике төрлө теләк теләй.