Иғтибар үҙәгенән төшмәй балалар26.11.2013
Башҡортостанға йәнә Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Павел Астахов килде. Ул республика етәкселеге менән балалар хоҡуҡтарын яҡлау проблемаларын, ил Президентының етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса сәйәсәтен тормошҡа ашырыу мәсьәләләрен ҡараясаҡ.
Эш сәфәре барышында Павел Астахов иң тәүҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов менән осрашты, һуңынан журналистарға түбәндәгеләрҙе еткерҙе:
— Илдә комплекслы тикшереү үткәрәбеҙ, ундай эш 2010 йылда башланғайны. Башҡортостан был йәһәттән илдең 83-сө төбәге. Беҙҙең кешеләр һәр балалар йортон ентекле тикшерҙе, эшкә йомғаҡ яһала. Әлбиттә, бер ҡайҙа ла идеаль күренеш юҡ, ниндәй ҙә булһа етешһеҙлек бар. Иң мөһиме —һөҙөмтә күренһен, балалар тәртипле булып үҫһен, енәйәт ҡылмаһын, учреждениеларҙың эшмәкәрлеге законға ярашлы ойошторолһон тип тырышабыҙ. Етемдәрҙе ғаиләләргә алыу, патронат тәрбиәне үҫтереү, торлаҡ биреү кеүек мәсьәләләр ҡаралды. Тағы бер етди проблема — балаларҙың үҙ-үҙенә ҡул һалыуы. Аналитик эш кәрәк. Сәбәптәрҙе асыҡларға, балалар йорттарын контролдә тоторға тырышабыҙ. Был йәһәттән башҡараһы эш күп.