Ер сигендә лә уҡыным23.11.2013
Матбуғат баҫмаларына ихтирамды башланғыс кластар уҡытыусыһы атайым Зәбихулла Хөснөтдин улы уятҡандыр. Мин хәреф танырға өйрәнер-өйрәнмәҫтән өйгә “Башҡортостан пионеры” гәзитен, “Пионер” журналын алдырҙы, ә “Совет Башҡортостаны”н ғүмере буйы уҡыны. Шулай итеп, миңә лә гәзит-журнал уҡыу “сире” күсте.
Элек “Совет Башҡортостаны” Бөтә Союз каталогына инмәй торғайны, шуға күрә уны республиканан ситтә йәшәгәндәр алдыра алманы. Мәскәүҙә уҡығанда баҫманы һәм Йылайыр районы гәзитен В.И. Ленин исемендәге үҙәк китапханала уҡый торғайным. Ә 80-се йылдарҙа Чукоткала эшләгәндә “Совет Башҡортостаны”н ебәреп торҙолар. Шулай итеп, уны ер сигендә лә – Америкаға ҡарап ултырып уҡығаным булды тип маҡтана алам.
Аҙағыраҡ баҫма менән яҡынданыраҡ та танышырға яҙҙы: үткән быуат аҙағында дүрт-биш йыл гәзиттең үҙ хәбәрсеһе булдым.
Һуңғы йылдарҙа “Башҡортостан”дың йөҙө үҙгәрҙе. Райондар тормошон яҡтыртҡан мәҡәләләр йыш баҫыла. Онотолған, бөтөп тигәндәй барған ауылдарға ла сәфәр ҡылалар. Һүҙ юҡ, хәбәрселәр яҡшы эшләй. Бигерәк тә Сибай төбәгендәге Кәримә Усманова ҡыуандыра: күп һәм матур яҙа, мәҡәләләре уйландыра. Фотолары ла профессиональ фотографтарҙыҡынан кәм түгел. Өс район менән ике ҡаланың яңылыҡтарын күреп, теркәп, уҡыусыларына еткереп өлгөрә. Барлыҡ хәбәрселәр ҙә шулай эшләһә ине тигән теләктәмен.
Киләһе йылдың тәүге яртыһына баҫмаға яҙылдым. Бәлки, вәғәҙә иткән бүләк – “Башҡортса дини календарь”ҙа эләгер әле тигән өмөттәмен. Сибайҙа, Урал аръяғы райондарының баш ҡалаһы тип һаналһа ла, башҡортса китаптарҙы табыуы еңел түгел.