Беҙҙән — 6 500 һалдат23.11.2013
Башҡортостандан хәрби хеҙмәттең көҙгө саҡырылышына 6 500 егет юлланасаҡ. Әле уларҙың 1 400-гә яҡыны хеҙмәт урынына ебәрелде, тип хәбәр иттеләр беҙгә республиканың Хәрби комиссариатында.
Ҡоро ер ғәскәрҙәренә — 3 меңдән ашыу, Хәрби-Һауа көстәренә — 600 самаһы, Диңгеҙ флотына — 100, Һауа десанты ғәскәрҙәренә — 270, Йыһан ғәскәрҙәренә — 500, Тимер юл хеҙмәтенә — 120, Эске ғәскәрҙәргә 700-ҙән ашыу кешене оҙатыу ҡарала.
Көн һайын йыйылыу пунктына 100 — 300 егет килә. Улар менән Ғаиләгә, балаларға һәм йәштәргә психологик ярҙам күрһәтеүсе республика үҙәге белгестәре эшләй. Әңгәмәләр, күнекмәләр уҙғарыла, хеҙмәткә саҡырылыусыларҙың хоҡуҡтары һәм бурыстары аңлатыла. Йыйылыу пунктында өс тапҡыр ашатыу ойошторолған, магазин-буфет эшләй.
Былтыр бында шулай уҡ төп дини конфессиялар вәкилдәре өсөн ғибәҙәт ҡылыу бүлмәләре асылған. Дин әһелдәре рухи-әхлаҡи тәрбиә буйынса әңгәмә үткәрә.