Сыуаҡ көндәр теләйбеҙ!23.11.2013
Сыуаҡ көндәр теләйбеҙ!Матур кейемдәрҙәге күбәләктәй осҡан ҡыҙҙар һәм тиктормаҫ шуҡ малайҙар ҡунаҡтарҙы килеп инеү менән уратып алды:
— Бөгөн беҙҙә байрам!
— Кисә лә ағай һәм апайҙар килеп ҡотлағайны!

Кескәйҙәрҙең күңеле киң, бәләкәй генә йөрәктәре яҡшылыҡты ла, яманлыҡты ла берҙәй һыйҙыра ала. Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге 1-се республика балалар йортонда тәрбиәләнеүселәр Бөтә донъя бала көнөн бер ғаиләләй булып, йыр-моң, уйын-көлкө менән үткәрә бөгөн. Ғүмерҙә иҫтә ҡалырлыҡ сыуаҡ миҙгелдәр.... Шағир әйтмешләй, бала саҡ ҡояшы — ҡартайғас та күңелде йылытыусы алтын осор ул.
Иң ауыр мәлдә ошо йылы йортҡа килеп юлыҡҡан балаларҙы һис тә бәхетһеҙ тип әйтергә тел әйләнмәй. Ана, күпме хәстәрлекле, яғымлы ҡараш уларға төбәлгән, ҡыҙ һәм малайҙар өсөн ниндәй матур табын әҙерләнгән! Өфөнөң Затон баҙары етәкселәре был юлы ла буш ҡул менән килмәгән, Көньяҡ ҡояшы аҫтында бешкән еләк-емеш, йәшелсәнән өҫтәлдәр һығыла. Бынан бер нисә йыл элек бүләк иткән автомобилдәре әле лә балалар йортона тоғро хеҙмәт итә.
— Төрлө ойошмаларҙың иғтибарын, хәстәрлеген тойоп йәшәйбеҙ, — ти балалар йорто директоры Фәнисә Бәҙретдинова. — Кисә, мәҫәлән, баш ҡаланың Ленин, Совет райондарының суд приставтары килеп, балаларға уларҙың хоҡуҡтары тураһында һөйләне, эшмәкәрлеге менән таныштырҙы, бүләктәре менән һөйөндөрҙө.
Балалар йортонда 105 бала иҫәпләнһә лә, бөгөн уларҙың дүртәүһе волейбол ярышына киткән булып сыҡты, ә 36-һы патронат ғаиләлә тәрбиәләнә.
БМО Генераль ассамблеяһының 1954 йылда Бала көнөн үткәреү тураһындағы тәҡдиме төрлө милләттәр араһындағы теләктәшлек һәм хеҙмәттәшлекте нығытыуҙы, сабыйҙар мәнфәғәтен күҙәтеүҙе күҙ уңында тотҡайны. Бөгөнгө байрам үҙенең маҡсатына иреште булһа кәрәк, төрлө милләт кешеләренең бер табын артына йыйылып кескәйҙәрҙең шатлығын уртаҡлашыуы, дуҫлыҡ тураһында йырҙарҙы күмәкләп күтәреп алыуы — шуға дәлил. Теләк бер: көндәрегеҙ сыуаҡ, аҙымдарығыҙ ышаныслы булһын, кескәй дуҫтар!


Вернуться назад