Баш ҡалалағы Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры ҡупшы кейенгән ҡатын-ҡыҙ менән тулған. Араларында йәш кенәләре лә, өлкәнерәктәре лә байтаҡ. Йәшәгән ерҙәре, эшләгән урындары буйынса ла улар төрлө. Тик был гүзәл заттарҙы берләштергән бер әйбер бар — уларҙың бөтәһе лә әсә! Йома театрҙа Бөтә Рәсәй Әсә көнө билдәләнде.
Эйе, ҡатын-ҡыҙҙар республиканың бар төбәктәренән дә йыйылғайны. Бер-береһен белмәһә лә, уртаҡ теманы тиҙ тапты улар. Был, әлбиттә, — балалар.
— Өс балабыҙ бар, бер малай ҙа игеҙәк ҡыҙҙар. Эй шуҡтар, тиктормаҫтар. Руслан үҙенең ағай булыуын аңлай, һеңлеләрен ҡараша, үҙенә һигеҙ генә йәш булһа ла, яуаплылыҡ тоя, — тине бер йәш ҡатын.
— Ә минекеләр үҫте. Үҙем әсәй генә түгел, йәш өләсәй булырға ла өлгөрҙөм. Өлкәнәйеп килгәндә ейәндәр тағы ла татлыраҡ икән, — тине икенсеһе.
— Биш балаға әсәй мин. Өйҙә күңелле, балаларҙың ҡыҙығынан йыуаныс табып йәшәйбеҙ. Өфөгә саҡырып ҡалай шәп иттеләр әле, сабыйҙарыма бүләктәр, күстәнәстәр алып ҡайтырға кәрәк, — тине алыҫ райондан өсөнсө әсә.
Гүзәл әсәләрҙе байрам менән ҡотларға тип килгән Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов та ошоға баҫым яһаны: ғүмерҙәрен балаларына арнаған әсәләр өсөн баш ҡалала үҙ байрамдарында күңел асып, аралашып ҡайтыуы ҡәҙерле.
— Бөгөн тулҡынландырғыс һәм ҡәҙерле көн. Бөтәгеҙ ҙә шундай ҡупшы, сибәр, аяғығыҙҙа ышаныслы баҫып тораһығыҙ. Ғүмерегеҙҙе балаларға, ирегеҙгә, өйҙө ҡарауға арнайһығыҙ, һәр ваҡыт хәстәрлек күрәһегеҙ. Шуға һеҙҙе саҡырып концерт бүләк итергә, ял иттерергә булдыҡ, — тине Рөстәм Зәки улы. — Байрам көнөндә ҡатмарлы һандар менән башығыҙҙы ҡатырғы килмәй. Иң мөһиме шул: дәүләт әсәлекте, балалыҡты, ғаиләне яҡлау өсөн барыһын да эшләй.
Әлбиттә, ҙур хөрмәт һәм рәхмәт һүҙҙәре күп балалы ғаиләләргә әйтелде. Рөстәм Хәмитов биш бала тәрбиәләгән ҡатын-ҡыҙҙарға “Әсәлек даны” миҙалы тапшырҙы. Ә Илеш районынан Ахуновтар ғаиләһе өсөн был көн һис онотолмаҫ, моғайын, улар Президент ҡулынан “ГАЗель” микроавтобусы алып ҡыуанды. Светлана менән Руслан Ахуновтарҙың ғаиләһендә бәлиғ булмаған туғыҙ бала үҫә!
— Мин махсус рәүештә балаларҙың исемдәрен яҙып алдым: Раушания, Розалия, Рушан, Розалина, Рузан, Рузанна, Раниә, Риана, Ралина. Һәм аталары Руслан. Бер ғаиләлә ун “Р”! Тимәк, был — ныҡлы ғаилә. Әйткәндәй, минең исемем дә “Р”-ға башлана, — тине Рөстәм Хәмитов.
Автомобиль асҡысы менән бергә Ахуновтарҙың һәр береһенә иҫтәлекле бүләктәр ҙә тапшырылды. Ә Кушнаренко районынан Яҡуповтарҙың йәш ғаиләһенә социаль торлаҡҡа түләү өсөн танытма бирелде.
— Әсә эше — иң ауыры, тәрбиә биреү ҙә еңел түгел. Мин быны атай ҙа, олатай ҙа булараҡ әйтәм. Ғаиләләребеҙ ныҡлы һәм бәхетле булһын өсөн бөтәбеҙгә лә сабырлыҡ, аҡыл кәрәк, — тип тамамланы һүҙен Президент.