Ҡышҡы сейә05.01.2012
Виниса Фәттәхова һүҙҙәре Илгиз Закиров көйө
Күбәләкләп яуған ап-аҡ ҡарҙар
Килеп ҡуна битем остарына.
Күҙҙәремдә — ай һәм йондоҙ нуры,
Бөтөрөләм хистәр ҡосағында.
Ҡушымта:
Күрмәйем мин яуған ҡарҙарҙы ла,
Етәкләшеп барған парҙарҙы ла.
Һин бит миңә бөгөн: “Һөйәм, — тинең, —
Ҡыш көнөндә бешкән сейәм”, — тинең.
“Йөрәгемә ҡыҫып йылытырмын,
Сейәм, — тинең, — һине өшөтмәм”.
Бындай татлы, наҙлы һүҙҙәрҙе бит
Мин тик тәүге тапҡыр ишетәм.
Ҡушымта.
Күбәләкләп яуған ап-аҡ ҡарҙар
Килеп ҡуна битем остарына.
Ирендәрҙә — татлы сейә тәме,
Ирейем кеүек һинең ҡосағыңда.
Ҡушымта.