Изгелек бөркөп йәшәй23.11.2013
Изгелек бөркөп йәшәйИнйәр ҡасабаһында башҡаларға өлгө булырлыҡ ғаиләләр күп. Шундайҙарҙың береһе – Рәйлә менән Нәжип Аҙнабаевтар.

Рәйлә Хөснулла ҡыҙы менән Нәжип Алтынбай улы илле йылға яҡын матур донъя көттө. Улдары Радикты, ҡыҙҙары Айгөлдө үҫтереп, оло тормош юлына аяҡ баҫтырҙылар. Ғаилә башлығы, шофер булып эшләгәс, һәр ваҡыт тиерлек юлда булды. Хужалыҡ эштәре ҡатын иңенә төштө. Балалар, ҙурая төшкәс, әсәләренә оло ярҙамсы булды. Нәжип Алтынбай улы 1997 йылда хаҡлы ялға сыҡҡас, күп уйлап тормай, үҙ эшен асып ебәрҙе. Хужа машинаһы менән төрлө әйберҙәр ташыны, хужабикә уларҙы халыҡҡа һатты. Яңы йорт һалып, матур ғына йәшәп ятҡанда, Нәжип яҡты донъяны ҡалдырып китеп барҙы.
Рәйлә был ауыр ҡайғынан бөгөлөп төшмәне, әрнеү-һағыштарын эш, балаларының мәшәҡәттәре менән баҫты. Уның баҡсаһы ла һәр ваҡыт еләк-емешкә, сәскәләргә күмелеп ултыра. Бәхетле әсәй һәм өләсәй һәр таңға ҡыуанып, яҡындарына изгелек, йылылыҡ бөркөп йәшәй.
Ике балаһы ла юғары белемле, алған һөнәрҙәре буйынса тырышып эшләй. Улар ата-әсәһенең ал-ял белмәй хеҙмәт итеүен үҙ күҙҙәре менән күреп үҫте. Боронғолар бушҡа ғына: «Ҡыҙ йәки улыңды нисек күрергә теләйһең, иң элек үҙең шулай бул, уларға өлгө күрһәт», – тип бушҡа әйтмәгәндер. Был ысынлап шулай.
Күптән түгел Рәйлә Хөснулла ҡыҙы үҙенең 65 йәшен билдәләне. «Һин барыбыҙға ла яғымлы ҡарашыңды, наҙыңды тигеҙ еткерҙең. Ҡәтғи, иманлы, шул уҡ ваҡытта шаян булыуың – һиңә генә хас һоҡланғыс һыҙаттар. Артабанғы тормош юлыңды ла ырыҫлы үтеүеңде теләйбеҙ», – тип яҙҙы туғандары ҡотлау һүҙендә.


Вернуться назад