Бәхетте һәр кем үҙенсә аңлай. Кемдер уны матди байлыҡта, мул тормошта йәшәүҙә күрһә, икенселәре ғаилә татыулығы, балалар үҫтереү менән бәйләй. Мәҫәлән, Баймаҡ ҡалаһында йәшәүсе Рәмилә Моратоваға Хоҙай Тәғәлә береһенән-береһе матур өс бала – бер ҡыҙ һәм ике ул – бүләк иткән.
– Тормошомдоң йәшәү мәғәнәһе – балаларҙа, – ти Рәмилә Фәйзрахман ҡыҙы. – Ауыр саҡта уларҙы ҡосоп, яратып алһам, еңел булып китә. Уларҙың ярыша-ярыша “әсәй” тип хәбәр һөйләүе, аталары ҡайтыуға сыр-сыу килеп аш-һыу әҙерләүе – әсә өсөн ошонан да ҙурыраҡ бәхеттең булыуы мөмкин түгел.
Рәмиләнең өлкән улы Иҙел ҡаланың 3-сө мәктәбендә VIII класта белем ала. Тырышып уҡыуынан тыш, ҡумыҙ серен өйрәнергә, бокс һәм волейбол секцияларына йөрөргә лә ваҡыт таба. Гөлдәр иһә бәләкәйҙән үк әртис тиерһең! Дамира менән Миңнур өләсәләренә оҡшап моңло итеп йырларға ярата. Бейеүгә, һүрәт төшөрөүгә лә маһир балаларының һәләтен һәр яҡлап асырға ярҙам иткән Моратовтар уларҙың бар теләген үтәргә тырыша. Кескәй Илмир ҙа апаһы менән ағаһынан ҡалышмай, балалар баҡсаһына ғына йөрөүенә ҡарамаҫтан, бейеү һәм “Оҫта ҡулдар” түңәрәгенә яҙылған.
Моратовтарҙы районда татыу ғаилә булараҡ яҡшы беләләр. Улар сәләмәт тормош яҡлы, спорт менән дуҫ. “Атай, әсәй һәм беҙ спорт яратабыҙ!” кеүек ярыштарҙа әүҙем ҡатнашалар. Күмәкләшеп тәбиғәттең күркәм урындары буйлап сәйәхәт итеү, йәйен йәмле Талҡаҫ күлендә һыу инеү, ҡышын саңғыла йөрөү ғаилә йолаһына әүерелгән.
Рәмилә Фәйзрахман ҡыҙының оҫта хужабикә, эшендә уңған хеҙмәткәр, ире өсөн һөйөклө ҡатын, ә балаларына өҙөлөп торған бәхетле әсә икәне нурлы йөҙөнә яҙылған. Йөрәгеңдәге ҡояш, яҡындарыңа ҡарата оло һөйөү, йәшәүгә дәрт бер ҡасан да һүнмәһен һәм һүрелмәһен!