"Айыҡ туйҙарға шатланам"23.11.2013
"Айыҡ туйҙарға шатланам"Бөгөн туйҙарҙы аяҡсыһыҙ (тамада) күҙ алдына ла килтереп булмай. Кешенең күңелен асҡан да, бар йолаларҙы еренә еткереп башҡартҡан да улар бит. Мәжлестең яҡшы үтеү-үтмәүенә лә яуаплылар. Хәҙер хатта ауыл ерендә лә туй түрендә — аяҡсы.

Һәйбәт аяҡсының исеме телдән-телгә күсеп йөрөй. Шундайҙарҙың береһе — Ләйсән Мәжитова тураһында ла күп таныштарымдан ишеткәнем булды. Уны күптәр "Бауырһаҡ" тапшырыуы аша белә. "Күңелле итеп алып бара", "Саф башҡорт туйҙары үткәрә", "Хәмерһеҙ мәжлесте лә бына тигән итеп үткәрә" тигән фекерҙәр ишеткән бар. Шуға күрә уға һорауҙарым күп ине: нисек туйҙы күңелле үткәрергә, ниндәй йолаларға таянырға, хәмерһеҙ мәжлестәр нисегерәк ойошторола...
Ләйсән аяҡсы өсөн "йәш" кенә, 27-һе яңы тулған. Ике юғары белеме бар — Башҡорт дәүләт университеты менән Өфө дәүләт сәнғәт академияһын тамамлаған. Ғөмүмән, уның ғаиләһе ижади мөхиттән айырылмай. Ире — "Тамыр" студияһында режиссер, үҙе лә унда ете йәшенән алып эшләй.
— Тамада булараҡ үҙемде сәнғәт академияһының беренсе курсында уҡығанда тәүге тапҡыр һынаным. Үҙ теләгем буйынса түгел, ә аптырағандан килеп сыҡты. Туй мәжлесендә аяҡсы иҫерҙе лә миңә уның урынын алырға тура килде, — тип башланы ул. — Белгән уйындарымды үткәреп, йырҙар йырлатып, бейетеп, көлдөрөп үҙемсә байрамды "ҡотҡарҙым". Һуңынан шул мәжлестә булғандар: "Ниңә был эшкә тотоноп ҡарамайһың, ҡулыңдан килә бит", — тигәс, тәүәккәлләнем.
Әлбиттә, Ләйсәндә уға тиклем дә ойоштороу һәләте була. Уҡыған сағында староста, мәктәп үҙидаралығында президент булыуы, телевидениела эшләүе ярҙам итмәй ҡалмағандыр. Шулай үҙе лә һиҙмәҫтән 2005 йылда аяҡсы булып китә. Ул ваҡыттан алып бик күп саралар — туйҙар, юбилейҙар, осрашыуҙар, концерттар ойоштора. Туйҙарға килгәндә, йөҙҙән ашыу кешене өйләндерҙем, ти ул ғорурланып. Бер пар хатта уның хөрмәтенә ҡыҙҙарына Ләйсән тип исем ҡушҡан.
— Күп йәштәрҙең йола-ырымдарға әйләнеп ҡайтыуы — ҡыуаныслы күренеш. Халыҡ үҙенең йолаларын, фольклорын онотмаҫҡа тейеш. Әлбиттә, йолаларҙан баш тартҡан парҙар ҙа бар, әммә улар күпкә әҙерәк, — тип дауам итә Ләйсән.
Туй тураһында һөйләшергә килгән парҙарға ул һәр йоланың ни өсөн үткәрелгәнен, ниндәй тылсымы, мәғәнәһе барлығын аңлатып бирә. Быны үҙенең төп бурысы тип һанай. Әле беҙҙә килен төшөрөү, килен, кейәү һөйөү, көрәгә асыу, ҡыҙ сәксәген тәмләү, килен бейеүе, сәрмә төбө, һыу юлы, килен сәйе, сыбыртҡылау, ҡыҙ балы кеүек күренештәр киң таралған. Республикабыҙ ҙур, шуға күрә һәр яҡта, һәр районда йолалар үҙенсәлекле. Мәҫәлән, берәүҙәр көрәгәне туй башында уҡ аса, ә икенселәр – туй уртаһында. Килен бейегәндә берәүҙәр аҡсаны егет кешенән йыйҙыра, ә икенселәр – килендән. Берәүҙәр кейәүҙе лә, киленде лә һөйә, ә ҡайһылары береһен генә. Нескәлектәр күп, талаптар төрлө. Аяҡсы уларҙың һәр береһен үтәргә тырышырға, ҡыҙыҡлыларын тәҡдим итергә тейеш.
Ләйсән әйтеүенсә, ҡала, кафе шарттарында ла йолалар үтәлә. Теләк булғанда, хатта һыу юлы баш-лауҙы ла башҡарырға була. Уның тәжрибәһендә ундай туйҙар ҙа булған.
— Ҡала, ауыл тип айырып тороуҙың мәғәнәһе юҡ, йола үтәлергә тейеш. Әлбиттә, килен төшөрөү егеттең өйөндә, ҡәйнә йортонда, ойошторолоуға күнегелгән. Әммә күп ҡунаҡтар ҡәйнә йортона барып етә алмай, айырыуса ул алыҫ районда булғанда. Әгәр йәштәр һорай икән, йоланы кафела башҡарабыҙ. Ҡәйнә мендәр әҙерләп, бал-май ҡаптырып ҡаршы ала. Килендең биле сиселә. Тик ауылда килен төшөргәс тә һыуға баралар, ә ҡалала килен төшөрөүҙе банкеттың башында эшләйбеҙ ҙә, ҡотлауҙар өлөшө тамамланғас, һыуға барабыҙ, — тип уртаҡлаша ул эш нескәлектәре менән.
Башҡорт туйҙарында тағы ла бер ыңғай күренеш барлыҡҡа килде — хәмерһеҙ генә байрам итергә батырсылыҡ иткәндәр бар. Шөкөр, һуңғы арала йәштәр иманға ҡайта башланы, ә айыҡ туйҙар — бының сағыу миҫалы. Был йәһәттән тәжрибә әҙерәк булһа ла, оҫта аяҡсылар, айырыуса мосолмандар тиҙ үк яраҡлашып алды. Ләйсән дә бындай мәжлестәрҙе яҡын ҡабул итә. "Айына бер тапҡыр булһа ла үткәрәм", — ти. Быйыл йәй иһә улар бигерәк күп булған, сөнки ул ураҙаға тура килде.
— Иң ҡыҙығы, дөрөҫөрәге, ҡыҙғанысы шунда: йәш пар туйҙы араҡыһыҙ үткәрергә теләһә лә, атай-әсәйҙәр ҡаршы тора. Ошо күренешкә күп тапҡыр шаһит булырға тура килде. Кейәү менән килен эсмәй, дуҫтары ла ауыҙына хәмер алмай, өлкән килеүселәр араһында ла эсмәүселәр бар. Әммә ҡайһы бер ҡунаҡтар алдында уңайһыҙ була тип, араҡы ултыртҡан ата-әсә байтаҡ. Был инде кешеләрҙең һүҙ тейеүенән ҡурҡып эшләнәлер, тим. Имеш, араҡыһын, аҡсаһын йәлләгән, беҙҙе хөрмәт итмәй. Туйға килеп тә эсмәй ултырсы әле, бер тамсы ла эсмәй ҡайттым, тигән һүҙҙәрҙән ҡурҡа беҙҙең халыҡ, — ти Ләйсән.
Аяҡсының ундайҙарға әйтер һүҙе бар: көнө-төнө байрам итеп, яңы дуҫтар, таныштар, ҡоҙа-ҡоҙасалар табып, икенсе көнөнә бер нәмә лә иҫләмәй ултырыу мәғәнәһеҙерәк түгелме икән? Әлбиттә, беҙ бит лаяҡыл эсмәйбеҙ, кәйеф өсөн генә, йөҙ грамм ғына, иртәгеһенә лә барыһын да иҫләйбеҙ, тигәндәр табылыр. Уларға ла яуабы әҙер Ләйсәндең: йөҙ грамм һаулыҡҡа йөҙ меңлек зарар килтерә! Тағы шул яҡты ла уйларға кәрәк: бындай туй, ысынлап та, йәш ғаиләнең бюджетын арыу ғына һаҡлап ҡала.
— Араҡыһыҙ туйҙар өсөн махсус программа бар, — ти Ләйсән Мәжитова.— Кешеләр бит "ҡырын һалып" алмағас, "батыр" түгелдәр. Уларға уйындар саҡ ҡына үҙгәртелә. Ә инде йырҙар, бейеүҙәр бар ерҙә лә бер. Шуны ла әйтеү мөһим: араҡыһыҙ туйҙы иман, дин юлында тороусылар ғына үткәрмәй. Киләсәккә айыҡ ҡараған заман йәштәре лә был аҙымға бара.
Бөгөн күңелле һәм иҫтә ҡалырлыҡ итеп туй ойошторам тиһәң — бөтәһе лә бар. Профессиональ аяҡсылар аҙым һайын, тантаналы мәлегеҙҙе фотоға, видеоға төшөрөргә әҙер торған операторҙар, ҡуртымға затлы автомобиль бирергә әҙер водителдәр, йырсылар, музыканттар... Аҡсаң ғына булһын. Шулай ҙа ҡунаҡтарҙың кәйефе, мәжлестең мөхите күп осраҡта аяҡсынан тора. Кемде-кемде, ә уны саҡырырға онотмағыҙ.


Вернуться назад