Йылмайып-көлөп кенә05.01.2012
– Ғәйепләнеүсе, һеҙ табылдыҡтың аҡса янсығы икәнлеген ҡасан белдегеҙ һуң?
– 31 декабрь көнө.
– Ниңә табыу менән үк полицияға хәбәр итмәнегеҙ?
– Яңы йылда полицияла кем булһын инде?
– Ә иртәгәһенә?
– Ә икенсе көндө янсыҡта бер тин дә ҡалмағайны...

Ире бер нисә көн өйгә ҡайтмағас, ҡатыны полицияға килә.
– Ирегеҙҙең айырым билдәләре бармы? – тип һорайҙар унан.
– Хәҙергә юҡ. Әммә ҡайтҡас буласаҡ, – тип яуаплай ҡатын.

– Һеҙгә һыра эсеүҙән тулыһынса баш тартырға кәрәк, – ти табип ауырыуға. – Бер көрөшкә һыра эскәнсе бер алма ашағыҙ.
– Был мөмкин түгел, доктор. Көнөнә утыҙ алма бер ашҡаҙанға нисек һыйһын?

– Ҡыҙым, – ти атаһы, – кисә сәғәт нисәлә ҡайтыуымды ниңә әсәйеңә әйттең?
– Мин бит нисәлә ҡайтҡаныңды әйтмәнем. Әсәйемә: “Атайым ҡайтып ингәндә сәғәткә ҡараманым, сөнки иртәнге ашты ашап ултыра инем”, – тинем.


Вернуться назад