Күптәнге дуҫыбыҙ — “Тамыр” балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы “Барлыҡ коллектив менән —“Башҡортостан”ға!” тигән акциябыҙға ихлас ҡушылды.
— Аҙнаһына биш тапҡыр донъя күргән милли баҫмабыҙ республика, ил тормошонда ҡайнап йәшәү, ваҡиғалар үҙәгендә булыу мөмкинлеген бирә, — ти телеканалдың директоры Гөлназ Ҡолһарина. — Ташҡа баҫылған мәғлүмәт шик тыуҙырмай. “Башҡортостан” оло туғаныбыҙ кеүек. Уға ышанабыҙ, таянабыҙ. Милли баҫмабыҙ рух, көс, маҡсатҡа ынтылыш бирә.
“Башҡортостан” — ғаилә гәзите. Унан сабыйҙарҙан алып өлкән йәштәгеләргә тиклемге һәр кем үҙенә кәрәкле мәғлүмәтте таба ала. Тимәк, ғаилә өсөн гәзитте алдырыу һәр яҡлап отошло.
Тамырҙарыбыҙҙы һаҡлау маҡсатында бар көсөн һалып, тырышып эшләүсе телеканал хеҙмәткәрҙәре, “Барлыҡ коллектив менән — “Башҡортостан”ға!” акцияһына ҡушылып, үҙ-ара дуҫлыҡ, берҙәмлеккә ынтылыу өлгөһөн күрһәтте. “Милли матбуғатыбыҙҙы һаҡлап ҡалыу үҙебеҙҙән тора”, — ти улар.
Ижади күңелле “Тамыр”ҙарҙың фотоға студиялағы арба янында төшөүендә лә киң мәғәнә ята: быуатҡа яҡын тарихы булған “Башҡортостан” — халҡыбыҙҙың рух арбаһы, үткән менән киләсәкте, ауыл менән ҡаланы бәйләп тороусы, милләттәштәребеҙҙе бер юлдан барырға әйҙәүсе сығанаҡ.
Д. ИШМОРАТОВА.