ТаҡмаҡтарКиленгә
Ҡәйнәкәй уҫал күренә,
Ярай белергә кәрәк.
Иртә уятмаһын тиһәң,
Һорай белергә кәрәк.
Беҙҙең кейәү — аҫыл егет,
Ҡәҙерҙәрен белеп тор.
Эштән арып ҡайтыуына
Гел йылмайып-көлөп тор.
Дуҫтарыңды ла онотма,
Онотма туғандарҙы.
Алтын туйыңа ла саҡыр
Был туйҙа булғандарҙы.
Кейәүгә
Кейәү, һине йәлләйбеҙ беҙ,
Ҡамыт кейҙең ҡайыштан.
Үкенерлек түгел әле,
Һеҙ һөйөшөп ҡауышҡан.
Гел ҡыҙҙарҙан ҡурҡып ҡасҡас,
Кейәү, аяғың “оҙон”.
Килен ҡороҡ һалғанда
Ҡайҙарға ҡарап торҙоң?
Йылмайып-көлөп кенә— Кәләш алғас күңеллеме?
— Күңелһеҙ. Эсергә, тартырға ярамай.
— Өйләнгәнеңә үкенмәйһеңме һуң?
— Үкенергә лә ярамай.
* * *
— Йүләр, — тип әрләй бер ҡатын ирен.
— Дөрөҫ, бисә, йүләр булмаһам, һиңә өйләнер инемме ни?!
* * *
— Ирең ҡайҙа, Зөлфиә?
— Өйҙә. Үҙенең дүрт аяҡлы дуҫынан айырыла алмай.
— Бәй, белмәй ҙә торам, эт алдығыҙмы ни?
— Юҡ. Эт түгел, диван.
* * *
— Закир, ниндәй байрам үткәрәһегеҙ?
— Алтын туй.
— Бәй, өйләнгәнеңә биш йыл ғына ла инде.
— Уларҙың һәр береһе унар йылға торошло.
* * *
— Алты ай инде ҡатыным минең менән һөйләшмәй.
— Уйлап эш ит, Илдар, ундай һөйләшмәй торған ҡатынды тағы ҡайҙан табаһың?
* * *
Ҡатыны иҙән йыуғанда ире гәзит уҡып ултыра.
— Зинһар, аяғыңды күтәреп тор әле, — ти ҡатын.
— Минең ярҙамдан башҡа иҙән дә йыуа алмайһың бит һин, — тип асыулана ире.
* * *
— Ваҡбәлеш ашағың киләме, Рәмил? — тип һорай йәш кәләш иренән.
— Килә, һөйөклөм.
— Улайһа, ашханаға барып аша ла миңә лә алып ҡайт.
* * *
Ҡатын ирен әрләй:
— Ана, ҡара беҙҙең күрше Гүзәлгә, — ти, — ире иртән эшкә киткәндә лә үбә, кис эштән ҡайтҡанда ла үбә. Ә һин?
— Мин... — тип аптырап ҡала ире. — Мин бит әле Гүзәл менән таныш түгел...