Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин:
— Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
Әл-хәмдү лил-ләһи раббил-ғаләмин Үәс-саләтү үәс-сәләмү ғәлә мүхәммәдән үә ғәлә әлиһи үә әсхәбиһи әжмәғин.
Иге-сиге булмаған ғаләмдә Аллаһ Тәғәлә тарафынан яратылған Еребеҙ мең төрлө үлән-сәскәһе, ағастары менән йәмле. Тупраҡтан тиртеп сығып, ҡояштан нур алған үҫемлектәр күҙҙе иркәләй, йөрәкте йылыта, күңелде хушландыра, көндәребеҙҙе сағыу төҫтәргә мансый. Хоҙай Тәғәлә уларҙы тап ошо ниәттә — кешеләргә бөтөн яҡлап файҙа килтерһен, көс, рух бирһен өсөн — яратҡан.
Әҙәм балаһы донъяға килгәндә үтә бәләкәй, көсһөҙ генә була. Сабыйлыҡтан һуң йәшлек, олоғайыу мәле етә. Үҫемлектәр ҙә шулай: бәләкәй генә булып морон төртә, унан яйлап аяҡҡа баҫа, тамырҙарын ергә нығытып алғандан һуң емешен бирә башлай, тора-бара бер аҙ хәлһеҙләнә төшөүе һиҙелә... Хоҙай Тәғәлә тарафынан һәр береһенә айырым ғүмер билдәләнгән: бер, ике, өс, биш йыллыҡ сәскәләр була, ағастарҙың ҡайһылары бик оҙаҡ ваҡыттан һуң ғына өлгөрөп етә, араларында быуаттар менән уҙышып йәшәгәндәре лә бар.
Раббыбыҙ үҫемлектәрҙе әҙәм балалары кеүек үк төрлө-төрлө итеп яратҡан. Тәбиғәттең сихри мәлен иҫкә төшөрәйек: көндәр йылына төшөп, ләйсән ямғыры яуып үткәс, күптән түгел генә ҡарҙан әрселгән ҡара ерҙә мең төрлө үҫемлек баш ҡалҡыта. Хоҙайҙың хикмәте: улар бер-береһенә һис оҡшамаған, әммә һәммәһе лә үҙенсәлекле сәскәһе, япрағы, еҫе менән әсир итә. Өҫтәүенә, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, Аллаһ Тәғәлә үҫемлектәрҙе яратҡан икән, тимәк, һәр береһенең әҙәм балаһы өсөн ниндәйҙер файҙаһы бар. Әммә күп осраҡта быны аңлап, тәбиғәттәге әҙер шифаны белеп еткермәйбеҙ. Үҫемлектәрҙең ҡайһы берҙәрен "ҡый үләне" тип үҙһенмәүебеҙ, уны-быны уйламайынса, йолҡоп ташларға әҙер тороуыбыҙ ошо хаҡта һөйләй.
Йәшеллектең шифаһын хатта ки хайуандар ҙа белә. Әйтәйек, эттең йәки бесәйҙең ауырып китеү менән ҡырҙа бер аҙ юғалып тороп, ниндәйҙер үҫемлектән һауығып ҡайтыуын беләбеҙ. Йылҡы малы иһә андыҙ эҙләп юллана: "Андыҙ барҙа ат үлмәҫ, ирәүән барҙа ир үлмәҫ " тигән мәҡәл юҡтан ғына барлыҡҡа килмәгән. Әммә бөгөн, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тәбиғәттән йыраҡлаша барабыҙ кеүек, күберәк химик дарыуҙар ҡуллана башланыҡ. Ә уларҙың файҙаһы менән бергә зарары ла барлығы һис кемгә сер түгел.
Ерҙәге һәр үҫемлек — Аллаһ Тәғәләнең барлығына, берлегенә дәлил. Хоҙайҙың рәхмәте менән яратылған йәшеллек, иншаллаһ, тормошобоҙға терәк булыуын, шатлыҡ-ҡыуаныс өҫтәүен дауам итһен. Раббыбыҙ үҫемлектәргә иғтибар менән ҡарарға, уларҙы күңел, рух сәләмәтлеге, һаулығыбыҙ өсөн дөрөҫ ҡулланырға, сихри көсөнән иманыбыҙҙы нығытырға, һәммәбеҙгә лә Аллаһ Тәғәлә биргән ниғмәткә шөкөр итеп йәшәргә насип ҡылһын. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.