ДИНИ ТӘРБИӘ ОРЛОҠТАРЫ КҮҢЕЛ АША ҒЫНА ҺАЛЫНА22.11.2013
ДИНИ ТӘРБИӘ ОРЛОҠТАРЫ КҮҢЕЛ АША ҒЫНА ҺАЛЫНАУн һигеҙенсе дәрес

1. “Ислам мәҙәниәте нигеҙҙәре”
“Рәсәйҙә Ислам тарихы”

Был теманы үткән саҡта милләт менән диндең бер үк төшөнсә булмауы хаҡында тағы бер тапҡыр әйтеп китеү мөһим. Тормошобоҙға тәғлимәткә бәйле килеп ингән үҙгәрештәр тураһында ла һөйләргә кәрәк булыр: уҡыусы уйланырға, фекер йөрөтөргә өйрәнергә тейеш. Мәҫәлән, белем биреү тармағына килгәндә, мәҙрәсәләр асыла, китаптар нәшер ителә, ғәрәп яҙмаһы өйрәнелә башлай, сит илдәргә барып уҡыусылар, ғилемле кешеләр арта. Йәмғиәттә дини ҡағиҙәләр тиҙ арала таралып китә. Әйтәйек, мәрхүмдәрҙе ерләү, уларҙың өс, ете, ҡырҡ көндәрен, йыллығын үткәреү, хөрмәтләп иҫкә алыу йолалары дауам итә. Хәҙер инде никах уҡыу, балаға исем ҡушыу, мосолман байрамдарын билдәләү кеүек дини саралар ҙа тергеҙелә башланы.

2. “Донъя диндәренең мәҙәниәт нигеҙҙәре”

“Рәсәйҙә диндәр тарихы”

Урыҫ иленә христианлыҡ тиҙ генә үтеп инә алмаған, сөнки унда төрлө аллаға табыныу таралған булған. Шуға күрә ҡайһы бер халыҡтарҙа башҡа төрлө ышаныуҙар әле лә һаҡлана. Рәсәй — ҙур ил, әммә милли, дини айырмалыҡтар үҙ-ара дуҫлыҡты ҡаҡшатмай, һәр кем бер-береһенең үҙенсәлекле мәҙәниәтенә, тәғлимәтенә ихтирам күрһәтеп, татыу, тыныс, имен йәшәргә ынтыла. Һуғыш йылдарында был сифаттарҙың әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ булды, улар еңеүгә ҙур этәргес бирҙе.
Тыныс тормошта иһә халыҡтар, мәҫәлән, бер-береһенең ҡаҙанышынан файҙалана. Әйтәйек, бер быуат элек Кирилл менән Мефодий уйлап сығарған алфавитты барыһы ла ҡуллана; фән һәм техника ҡаҙаныштары ла уртаҡ. 1612 йылда Кузьма Минин менән Дмитрий Пожарский етәкселегендәге ополчениела башҡорттар ҙа ҡатнашҡан. Шулай итеп, Рәсәй халыҡтары быуаттар дауамында иңгә-иң терәшеп, дуҫ-татыу ғүмер итә.

3. “Донъяуи этика нигеҙҙәре”

“Ғаилә һәм нәҫел – әҙәплелек сығанағы”

Башҡорттарҙа нәҫел һәм ғаилә бәйләнешен сағылдырған шәжәрә төҙөлгән. Уның әһәмиәте ифрат ҙур, сөнки, беренсенән, ете быуын алмашынмайынса өйләнешеү ҡәтғи тыйылған. Икенсенән, кемдең кемгә туған икәнлеге асыҡ күренгән. Өсөнсөнән, шәжәрәгә ҡарап, нәҫелең алдында яуаплылыҡ тояһың: быуаттар буйы тармаҡланып килгән ағас һинең исемең, быуының менән тамамланып, “иҫәпкә бар, һанға юҡ” кеүек ҡалырға тейеш түгел. Ә ят бауырҙарға уның кәрәге юҡ.
Башҡорттарҙа тағы шундай йола булған һәм әле лә һаҡлана: шәжәрәне иң абруйлы кеше һаҡлай һәм, өлкәнәйгәс, уны ғаилә ҡорған, нәҫелде дауам итә алырлыҡ уланына тапшыра. Балалар иһә хөрмәтле, һәр яҡлап өлгөлө туғанына оҡшап үҫергә ынтыла.
Шәжәрә хаҡында VI класс өсөн тәғәйенләнгән “Тормош һабаҡтары” дәреслегендә, шулай уҡ 2012 йылда VII класс өсөн нәшер ителгән ошондай уҡ әсбапта тулы мәғлүмәт бирелгән — файҙаланығыҙ.

Ун туғыҙынсы дәрес

1. “Ислам мәҙәниәте нигеҙҙәре”

“Исламдың әхлаҡи ҡиммәттәре”

Әйтеп үтеүебеҙсә, барлыҡ диндәр кешелек донъяһын яҡшылыҡ юлына өндәй. Уҡыусыларҙың был йәһәттән фекерен белеү өсөн уларҙан изге төшөнсәне нисек аңлауы хаҡында һорашырға кәрәк. Яҡшы кешенең сифаттарын, туғандары араһынан иң абруйлы, күркәм холоҡло һәм, иң мөһиме, үҙе яратҡан кешенең һыҙаттарын яҙҙыртырға мөмкин. Был өйгә эш рәүешендә башҡарылһа һәйбәтерәк, һөҙөмтәлерәк булыр. Яуаптар дәрестә дөйөмләштерелә. “Кешелә булырға тейешле яҡшы сифаттар Исламдағы әхлаҡи ҡиммәттәргә тап киләме?” тигән һорауға күмәкләп аңлатма эҙләһәгеҙ, тема уҡыусының зиһененә нығыраҡ һеңер.
Илһөйәрлек хаҡында һөйләгәндә иһә һәр бала нәҫелендәге, тыуған ауылындағы, районындағы билдәле батырҙар, ҡаһарман яугирҙәр тураһында мәғлүмәт килтерһен. Һуңғы осорҙағы ваҡиғаларға ла күҙ һалып, “Ҡайһы батырыбыҙға Герой исеме биреүҙе юллап йөрөнөк?” тигән һәм башҡа һорауҙарҙы биреп, уҡыусыларҙы уйландырып алыу отошло булыр.

Хәҙис шәриф.
Тәрбиәле үҫкән бала — иң бай бала,
Мираҫ итеп тәрбиәне алып ҡала.

2. “Донъя диндәренең мәҙәниәт нигеҙҙәре”

“Рәсәйҙә диндәр тарихы”

Был тема ауыр, ҡатмарлы. Уҡыусыларҙың хәтерендә төп фекер уйылып ҡалһа, артабан һәр ҡайһыһы һәләтенә, теләгенә, ҡыҙыҡһыныуына ҡарап, теманы яйлап үҙләштерер. Ә төп фекер шул: ниндәй генә динде тотмаһын, кеше Ватанына тоғро ҡалырға тейеш. Был йәһәттән Рәсәй халыҡтарының барыһында ла илһөйәрлек тойғоһо ифрат көслө.
Бөгөн күп кенә йәштәрҙең еңел тормош эҙләп сит-ят ерҙәргә сығып китеүе сер түгел. Әлбиттә, уларға ҡыҙыҡ: таныш булмаған донъя, яңы кешеләр... 40 йәш тирәһендә иһә күңелде һағыныу тойғоһо баҫа башлай. Әммә сит илдә ғаилә ҡорғанһың, ниндәйҙер дәрәжәгә өлгәшкәнһең — барыһын да ташлап, ҡайтып китеү мөмкин түгел. Ә һағыныу тойғоһо шул тиклем көслө була, уның хатта балаларыңа ла күсеүе ихтимал. Ситтә йәшәгән башҡорттарҙың (уларҙың күбеһе Совет власы урынлашҡан йылдарҙа эҙәрлекләүҙән ҡасып, ирекһеҙҙән сығып киткән) балалары атайҙарының тыуған ерен, туғандарын юҡҡа ғына эҙләмәй бит. “Беҙ ни эшләп бында? Кемгә кәрәкбеҙ? Нимә өсөн йәшәйбеҙ? Сер бүлешер яҡын туғандарыбыҙ, дуҫтарыбыҙ, йыр-моңобоҙ ҡайҙа? Кемгә хеҙмәт итәбеҙ, беҙгә тыуған еребеҙҙә нимә етмәй ине? Ни тиклем бай булһаң да, ашау өсөн — бер ҡалаҡ, йоҡларға бер карауат ҡына кәрәк бит. Иң төп байлыҡ — тыуған ил, туғандар, дуҫтар икән...” — тигән көндәлек зар менән үтә ситтәгеләрҙең ҡырҡ йәштәрҙән һуңғы ғүмере. Был — тәбиғи күренеш, һәм уны һәр кеше төрлөсә үткәрә.
Ошоға бәйле дәрестә “Ни өсөн ата-бабабыҙ ил дошманына ҡаршы аяуһыҙ күтәрелгән?” тигән һорауға төплө аңлатма биреп, баланың күңеленә “тыуған ил йылыһы” тигән изге тойғоно һалып ҡуйырға кәрәк. Юғиһә сит ер — баҙлап торған донъя, тип, тыуған төйәген ташлап китеп, аҙаҡ аптыранып йөрөүселәр, үкенеүселәр артыуын дауам итер.
Диндәр тарихы тураһында һөйләгәндә шуға иғтибар итергә кәрәк: бер үк тәғлимәтле халыҡтарҙың йолалары, ғөрөф-ғәҙәте араһында айырмалыҡтар була. Милли һәм дини үҙенсәлектәрҙең тап килмәүе бар. Күреүебеҙсә, төрлө илдәр төрлө динде һайлаған, күп осраҡта халыҡ үҙ булмышына тап килмәгәнде лә ҡабул итергә мәжбүр булған.

3. “Донъяуи этика нигеҙҙәре”

“Әхлаҡлы ҡылыҡ”

Башҡорт халҡында әхлаҡлы ҡылыҡ тураһында мәҡәлдәр байтаҡ. Мәҫәлән, “Ҡаш төҙәтәм тип күҙ боҙма”, “Турғайға ымһынып, бөркөттән күҙ яҙма”, “Баш китһә, аяҡ ҡотолмаҫ”, “Иртәгә үкенерлек эште бөгөн башҡарма”, “Кисеүҙе самаламайынса, һыуға инмә”, “Тауға менгәндә төшөрөңдө самала”, “Өс тинлек ҡуян — биш тинлек зыян”, “Ете ҡат үлсә, бер ҡат киҫ”, “Ашыҡҡан — ашҡа бешкән” һәм башҡалар. Шулар нигеҙендә әңгәмә ҡороу яҡшы булыр.
Был мәҡәлдәр аша халҡыбыҙ ни әйтергә теләгән һуң? Мәҫәлән, “Ете ҡат үлсә, бер ҡат киҫ” тигәндә, берәй эш башлар алдынан уйларға кәңәш ителә. Маҡсатың ниндәй? Был эште башҡарам тип күберәкте юғалтмайһыңмы? Халҡыбыҙ ошолар хаҡында төрлө яҡлап фекер йөрөтөргә саҡыра.
Уҡыусылар, бәлки, үҙҙәре лә мәҡәлдәр килтерер: өйҙә өлкәндәр бындай аҡылды киң ҡуллана бит.
“Урал батыр” эпосында төп герой хаталарын аңлағандан һуң былай тигән:
Батырлыҡҡа маһайып,
Кәңәш ҡороп торманым,
Яңғыҙ башым уйланым,
Уңмаҫ юлды һайланым.
…………………………..
Яуызға юлдаш булмағыҙ,
Кәңәшһеҙ эш ҡылмағыҙ.


Вернуться назад