Нимә ярай, нимә ярамай?05.01.2012
Байрамдар етеү менән яҡындарыбыҙға бүләк эҙләп магазиндарҙы ҡыҙыра башлайбыҙ. Бүләк биреү рәхәт, ә уны алыу тағы ла күңеллерәк. Шуға ла эҙләгәндә һәр кемдең зауығын белеү зарур. Әммә Аждаһа йылында ҡайһы бер бүләктәрҙән баш тартыу яҡшыраҡ икән.
Ут менән бәйле бүләктәр
Астрологтар Аждаһа йылында ут яндырыусы йә уның һүрәте төшөрөлгән әйберҙәр, сувенирҙар бүләк итеүҙән тыя. Мәҫәлән, ҡиммәтле ҡабыҙғыстарҙы, шәмдәрҙе шунда уҡ “ҡара исемлек”кә индереү хуп. Ут – Аждаһаның символы, шуға уның менән шаярмау яҡшыраҡ.
Бысаҡ, башҡа үткер һәм осло әйберҙәр
Аждаһа – ҡыҙыу, уҫал билдә, хатта ҡайһы саҡта аяуһыҙ ҙа булып китә. Шуға ла бысаҡ кеүек үткер әйберҙәр менән уны артыҡ үртәү килешмәҫ, асыуы килеүе бар.
Һаҡ булыу кәрәк
Шуны онотмағыҙ: Аждаһа йылын элек-электән төрлө катаклизм, бәлә-ҡаза урап үтмәгән. Шуға ла йортта газ һәм йылытыу ҡорамалдарының, электр селтәренең төҙөк булыуына иғтибар итегеҙ. Янғын һүндереүселәрҙең “шырпы балалар уйынсығы түгел!” тигән һүҙен дә онотмаҫҡа кәңәш ителә. Ҡышҡы каникул күркәм үтһен тиһәгеҙ, һаҡ булыу барыбер мотлаҡ.