Төп байлығыбыҙ – эшһөйәр халҡыбыҙ22.11.2013
Төп байлығыбыҙ – эшһөйәр халҡыбыҙБаш ҡалабыҙҙан алыҫта урынлашҡан хозур төбәктә тормош ҡайнай. Быйыл Йылайыр ауылы үҙенең 265 йыллыҡ юбилейын билдәләне.
Районда һигеҙ Советтар Союзы Геройы, ике Социалистик Хеҙмәт Геройы тыуып үҫкән. Иҡтисадтың төп тармаҡтары — ауыл хужалығы һәм ағас эшкәртеү сәнәғәте. Ҡыҙҙарбиргән ауылы янындағы 600 йыллыҡ ҡарағас урманы тәбиғәт ҡомартҡыһы булараҡ ҡәҙерләп һаҡлана. Йылайырҙар арҙаҡлы яҡташтары Фәрит Бикбулатов, Азат Айытҡолов, Азат Нәҙерғолов, Мөслим Әбсәләмов, Фәүзиә Юлдашбаева, Миңлеғәле Нәҙерғолов, Рөстәм Шәрипов, Гөлсөм Бикбулатова һәм башҡалар менән хаҡлы ғорурлана.
Йылайырҙың мәҙәни тормошо, иҡтисади-социаль хәле, инфраструктураһы, төҙөлөш, ауыл хужалығы тармаҡтары хаҡында ҡыҫҡаса танышыу маҡсатында район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллинға бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек.
— Илгиз Лирман улы, райондың социаль-иҡтисади үҫешенә килгәндә...
— Районыбыҙ Башҡортостандың көньяғында урынлашҡан. Ул гүзәл тәбиғәте менән дан тота һәм бай тарихлы уникаль төбәк булараҡ билдәле. Әлбиттә, төп байлығыбыҙ — уңған, эшсән, тырыш халыҡ. Әлеге ваҡытта район тормошоноң барлыҡ өлкәләрендә лә эштәр планға ярашлы бара. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ предприятиелары социаль объекттарҙы ҡышҡа әҙерләү менән мәшғүл. Сәнәғәт, төҙөлөш, юл һалыу, газ үткәреү, һыу селтәрҙәре һуҙыу, социаль объекттарҙы төҙөкләндереп, ҡайтанан асыу буйынса яҡшы һөҙөмтәгә өлгәшелә. Ауыл хужалығында ла үҫеш күҙәтелә. Районды иҡтисади йәһәттән үҫтереү менән бер рәттән, социаль инфраструктураны алға ебәреү — иғтибар үҙәгендә. Быйыл Ҡашҡар, Яманһаҙ мәҙәниәт йорттарында, Япарһаҙ социаль-мәҙәни үҙәгендә һәм Йомағужа ауылында социаль үҙәк сафҡа инде. Шуныһы ҡыуаныслы: республикала байтаҡ социаль-иҡтисади программа эшләй һәм беҙ уларҙы әүҙем файҙаланырға тырышабыҙ. Программаларҙың береһенә ярашлы Сидоровкала һыу селтәре яңыртылды, ошондай уҡ эштәр Яманһаҙ ауыл биләмәһендә һәм Йылайырҙа ла башҡарыласаҡ. Шулай уҡ район үҙәгендәге күп фатирлы йорттарҙы үҙәкләштерелгән йылытыуҙан шәхси газ ҡаҙанлыҡтарына күсереү уңышлы тамамланды. Әле яңы объекттарға нигеҙ һалына, шуларҙың береһе – йылайырҙар күптән көткән физкультура-һауыҡтырыу комплексы.
— Эшҡыуарлыҡ үҫешәме? Йүнселдәргә район хакимиәте яғынан ярҙам бармы?
— Бөгөн районда был тармаҡ йылдам үҫеш ала. Бөтәһе 439 бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекты теркәлһә, шуның 238-е — шәхси эшҡыуар. Ҡаҙнабыҙҙың 30 проценты улар иҫәбенә тулылана. Шәхси эшҡыуарҙар күберәк малсылыҡ, игенселек, ағас эшкәртеү, туризм, умартасылыҡ, йылҡысылыҡ, ҡошсолоҡ менән шөғөлләнә.
— Ауыл хужалығы хаҡында ла бер-ике һүҙ әйтһәгеҙ ине.
Игенселеккә килгәндә, тәбиғәт йыл һайын ер кешеһен һынай. Быйыл тағы район аграрийҙары ҡаты һынау алдында тороп ҡалды. Әммә һәр хужалыҡ ҡышҡа етерлек мал аҙығы тупланы. Ҡышлатыу миҙгелен уңышлы атҡарып сығырбыҙ тигән уйҙамын.
Төп байлығыбыҙ – эшһөйәр халҡыбыҙТөп ауыл хужалығы продукцияһы фермерҙар һәм шәхси хужалыҡтар тарафынан етештерелә. Район хакимиәтенең эшмәкәрлегендә мөһим йүнәлеш — ауыл халҡын төрлө программаларҙа ҡатнаштырыу. Был үҙ нәүбәтендә яңы эш урындары булдырырға һәм ауыл тормошон йәнләндерергә ярҙам итәсәк.
Яңыраҡ крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарына ярҙам итеү программаһын тормошҡа ашырыу өсөн райондың биш фермерына 600 меңдән 1 миллион 350 мең һумға тиклем грант алыуға сертификаттар тапшырылды. Шулай уҡ төрлө программаларҙа ҡатнашып, тәүләп эш башлаусы өс фермер, ике ғаилә һөтсөлөк фермаһы ярҙам алды. Һәр кемгә үҙе теләгән эште башлап ебәреүҙә, төрлө субсидия юллауҙа район хакимиәте белгестәре ярҙамлаша. Теләк һәм дәрт булғанда барыһын да эшләргә мөмкин. Мәҫәлән, ауылда йәшәүселәр үҙҙәре етештергән тауарҙы баҙарға сығара, йәйен емеш-еләген йыйып, көҙөн бәшмәген һатып, ярайһы уҡ табыш ала. Шулай уҡ ауыл халҡы шәхси хужалыҡтарҙа баҡсасылыҡ менән шөғөлләнә, көҙгө йәрминкәләрҙә үҙҙәре үҫтергән йәшелсәне баҙарға сығара. Артабан да эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса киң мөмкинлектәр булдырырға иҫәп тотабыҙ..
— Районда тағы ла ниндәй программалар уңышлы эшләй?
— Әсәлекте, атайлыҡты, балалыҡты яҡлау, ғаилә именлеге, йәштәр тормошо йәһәтенән маҡсатлы эштәр башҡарыла. Мәҫәлән, республика программаһы буйынса биш һәм унан да күберәк балаһы булған биш ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн икешәр миллион һумлыҡ сертификатҡа эйә булды. Ошо көнгә тиклем 80-дән ашыу ишле ғаилә бушлай ер участкаһы менән тәьмин ителде. 2013 — 2015 йылдарға иҫәпләнгән Етемдәргә һәм ата-әсә ҡарауынан ҡалған балаларға тәғәйенләнгән маҡсатлы программа буйынса торлаҡ сертификаты бирәбеҙ. Һуғыш ветерандарына һәм яуҙа һәләк булғандарҙың тол ҡатындарына торлаҡ сертификаттары тапшырыу программаһы ла уңышлы эшләй. Нимәгә генә тотонһаҡ та, барыһы ла халыҡ мәнфәғәте, киләсәк быуын хаҡына башҡарыла. Нисек кенә булмаһын, Йылайырҙың алтын фонды — уның һоҡланғыс, талантлы һәм эшһөйәр халҡы.


Вернуться назад