Вәлидигә һәйкәл ошолай буласаҡ22.11.2013
Вәлидигә һәйкәл  ошолай буласаҡ(“Һәйкәлдең проектын күрге килә”, 2013 йыл, 30 октябрь, № 194)

Өфө ҡалаһы хакимиәте, күренекле йәмәғәт эшмәкәре Әхмәтзәки Вәлидигә һәйкәл проекты тураһында “Башҡортостан” гәзитендә баҫылып сыҡҡан материалдарҙы ҡарағандан һуң, түбәндәгеләрҙе хәбәр итә.

Ғалим һәм йәмәғәт эшмәкәре Әхмәтзәки Вәлидигә иң яҡшы һәйкәл проектына иғлан ителгән асыҡ конкурста архитектор Д.М. Мәғәфүров менән скульптор В.А. Дворник еңеүсе тип танылды.
Ленин исемендәге паркта һәйкәлдең урыны билдәләнде. Ошо майҙансыҡта, урам тамамланған ерҙә, авторҙар күккә олғашҡан стела ҡуйырға тәҡдим итә. Һәйкәлдең үҙен бюст рәүешендә эшләү күҙаллана. “Осош”то сағылдырыу өсөн стеланың башына күккә йүнәлтелгән лампалар ҡуйыласаҡ.
Әхмәтзәки Вәлидигә һәйкәлдең төп идеяһы төрки халыҡтарҙың, бөтә Көнсығыштың күп быуатлыҡ бай тарихы менән тығыҙ бәйле. Ғалим исемендәге сквер ойоштороу тәҡдиме лә бар. Уның ике тармағы – “Тарих” менән “Ваҡыт” символик йылғалары — бергә ҡушылып, стелаға әүерелә һәм юғарыға ынтыла. Сквер тирәләй рельефтар рәүешендә шәрҡиәт фәне символдары, Вәлидиҙең көрәштәштәре, хеҙмәттәштәре сағылдырылған архитектур диуарҙар, боронғо төркиҙәрҙең таш һындары күсермәһен ҡуйыу күҙаллана.


Вернуться назад