Концертҡа йөрөмәйҙәр…22.11.2013
Күптән түгел Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының Ҙур залында яугир-шағир Яҡуп Ҡолмойға арналған хәтер кисәһе үтте. Барыһын да “Афарин! Һәр саҡ шулай булығыҙ!” тип дәртләндергем килә, әлбиттә, әммә бөгөн күңелемде күптән өйкәгән күренешкә ҡағылмаҡсымын.
Тәү нәүбәттә, тамашасыларҙың юҡ кимәлендә булыуына ҡарамаҫтан, кисәнең тәғәйен ваҡытта башланып, бер тынала алып барылыуына һоҡландым. Ысынлап та, залдағыларҙы бармаҡ менән генә һанарлыҡ ине тигәндәй. Уларҙың һаны 50-нән дә артмағандыр, моғайын. Бында кем ғәйепле? Һорауға яуапты күмәкләшеп эҙләү, әлбиттә, хәйерлерәк булыр ине. Ошо уңайҙан үҙемдең шәхси фекерем менән бүлешмәксемен. Беренсе сиратта бындай күренеш республикабыҙҙың суверенитет алған йылынан алып уның үҙаллылығы йылдан-йыл кәмей барыуына бәйлелер, бәлки. Патриотизм рухын тәрбиәләүгә яңы һулыш керетеү кәрәк, тип саң ҡағалар. Ә бит шул тойғо-хистәр һәр аҫаба халыҡтың тыуған ерен, тәбиғәтен, мәҙәниәтен һәм кешеләрен һөйөүенә бәйлелер бит. Икенсенән, был һағышлы кисәнең йөкмәткеһен аңғартҡандай, көслө ямғыр яуыуы яугир-шағирҙы хәтерләп илағандай ине. Бәғзе берәү, ошо ямғыр тамашасының юлын кәртәләгәндер, тип үҙен йыуатмаҡсылыр”. Ә бит заманында, немец илбаҫарҙарына ҡаршы алышҡан саҡта, шағир бындай ямғыр аҫтында ғына түгел, ә утлы өйөрмәләр эсендә бөгөнгө яҡты көнөбөҙ өсөн ҡан түккән! Өсөнсөнән, тамашаға кереү ирекле ине. Әллә тейешенсә реклама алып барылманымы икән?
Инде мин фәҡирегеҙ, совет заманы кешеһе булараҡ, бәлки, иҫкесә фекер йөрөтәмдер. Шулай ҙа мәктәп-интернатта уҡыған саҡта беҙҙе бындай сараларға ғына түгел, опера һәм драма театрҙарына ла гел йөрөтәләр ине. Был кисәлә ни бары өс-дүрт әҙиптән тыш, үҙем белгән таныш журналистарҙың береһенең дә булмауы мине шаҡ ҡатырҙы. Яугирҙең яҡташтары ишембайҙар ҙа залда эркелешеп йөрөмәне. Шулай ҙа Мәҙәниәт министрлығына киләһе йыл Мәҙәниәт йылын тейешле кимәлдә үткәреү, был сетерекле мәсьәләне хәл итеү өсөн бихисап эш атҡарыу зарурҙыр, тим.