Уңайлы булһын мөхит22.11.2013
Нефтекамала ҡала халҡының ете проценттан ашыуын тәшкил иткән инвалидтар һәм физик мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн уңайлы көнкүреш шарттары тыуҙырыуға ынтылыш элек-электән ыңғай булды. Республиканың 2011 – 2015 йылдарға иҫәпләнгән “Уңайлы мөхит” федераль маҡсатлы программаһына ҡушылыу был йүнәлештәге эштәрҙең тағы ла әүҙемләшеүенә килтерҙе.

Инвалидтар – хакимиәт башлығы Илүс Ғарифуллин менән уның беренсе урынбаҫары Шамил Хәлитовтың даими иғтибарында. Һөҙөмтәлә программаны бойомға ашырыу буйынса ҡала алдынғылар рәтендә килә. Шуға ла Башҡортостан Хөкүмәте ҡарамағындағы Инвалидтар эштәре буйынса координация советының киңәйтелгән күсмә ултырышы Нефтекамала уҙғарылды. Уның эшендә республиканың ҡала һәм район хакимиәттәре башлыҡтарының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫарҙары, Нефтекама ҡалаһының предприятие, ойошма һәм учреждение етәкселәре ҡатнашты.
Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова рәйеслегендә үткән был сарала “Уңайлы мөхит” республика маҡсатлы программаһын тормошҡа ашырыу барышы тикшерелде. Эшмәкәрлек һөҙөмтәләре хаҡында республиканың хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова ла сығыш яһаны. Мөмкинлектәре сикләнгәндәр алдында торған проблемаларҙың ҡайһы берҙәрен хәл итеүгә йүнәлтелгән аныҡ тәҡдимдәр индерелде.


Вернуться назад