“Мин батыр түгел...”22.11.2013
Республика йортоноң тантаналар залында сираттағы сара: Президент Рөстәм Хәмитов хеҙмәт алдынғыларына Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың юғары дәүләт наградаларын тапшыра. Бүләкләнеүселәрҙең күбеһенең йөҙө таныш — билдәле сәйәсмәндәр, артистар, дәүләт эшмәкәрҙәре, табиптар... Бәләкәй кәүҙәле үҫмер ҙә күҙгә салынып ҡалды.

— Бөтәгеҙ ҙә бөгөн аласаҡ наградаға лайыҡ. Яуаплы эшегеҙгә бар күңелегеҙҙе һалаһығыҙ һәм ошондай юғары һөҙөмтәләргә өлгәшәһегеҙ. Һеҙҙе тормошоғоҙҙағы ошо сағыу ваҡиға менән ҡотлайым һәм ысын күңелдән һаулыҡ, уңыш теләйем. Ғаиләгеҙҙә барыһы ла яҡшы булһын, ул — һеҙҙең терәк-таяныс, — тине Рөстәм Зәки улы, бүләкләнеүселәрҙе ҡотлап.
Тәүге награданы — “Һәләкәткә осрағандарҙы ҡотҡарған өсөн” миҙалын — баяғы үҫмергә тапшырҙы Президент. Ул Ишембай районынан Айнур Ғәлиев булып сыҡты. Хәйер, йәш батыр тураһында “Башҡортостан” гәзите һөйләгәйне инде.
— Бәләкәй малай менән ҡыҙ һыу инеп йөрөгәндә өрөп тултырмалы матраста йыраҡҡа йөҙөп китте лә көтмәгәндә түңкәрелде. Уларға ярҙамға атаһы ашыҡты, тик ярты юлды үтеү менән уның да хәле бөттө һәм һыу төбөнә китә башланы. Беҙ ағайым менән кәмәлә тиҙ генә тәүҙә балаларҙы һөйрәп сығарҙыҡ, аҙаҡ — аталарын, — ти Айнур.
Әлбиттә, баҫалҡы ғына үҫмер үҙен герой тип иҫәпләмәй. Президент уға миҙал менән бергә планшет компьютер ҙа бүләк итте.
Билдәле ғалимә Мәрйәм апай Бураҡаева Салауат Юлаев ордены кавалерҙары сафын тулыландырҙы, Өфө ҡалаһының Орджоникидзе районы хакимиәте башлығы Мәхмүт Бикбулатов иһә “Башҡортостан Республикаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн” ордены менән бүләкләнде, ә “Башнефтегеофизика” асыҡ акционерҙар йәмғиәте коллективы Рәсәй Президентының Рәхмәтенә лайыҡ булды.
Өфө “Нур” дәүләт татар драма театры артисы Финә Вәлиева — Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, рәссам Рифхәт Арыҫланов халыҡ рәссамы булып танылды. Бынан тыш, атҡаҙанған табип, уҡытыусы, шахтер, эколог, иҡтисадсы һәм башҡа тармаҡ алдынғылары билдәләнде. Әйтергә кәрәк: һәр кем үҙенең шәхси наградаһын коллективының дөйөм уңышы һөҙөмтәһе тип ҡабул итә.


Вернуться назад