Аждаһа йылы нимә вәғәҙә итә?05.01.2012
Аждаһа йылы нимә вәғәҙә итә?Аждаһа йылы дүрт нигеҙгә ҡоролған: оҙон ғүмер, байлыҡ, күңел тыныслығы, сафлыҡ. Әммә был йондоҙлоҡ шул уҡ мәлдә уҫал да, һис кенә лә кәмһетеүгә, йәиһә үҙенән көлөүгә юл ҡуймаҫ. Шуға ла йондоҙнамә төҙөүселәр был билдә аҫтында яҙмыш менән шаярмаҫҡа һәм үҙеңде бушты-юҡҡа хәүеф аҫтына ҡуймаҫҡа кәңәш итә. Быйыл нимәнелер эшләр алдынан һәр ваҡыт ентекле уйлау зарур. Шул мәлдә, Көнсығыш йондоҙнамәһенә ярашлы, Аждаһа һеҙгә һис шикһеҙ уңыш һәм ҡаҙаныш килтерер.
Быйыл Аждаһа йылында тыуғандар бигерәк тә уңышҡа өмөтләнә ала. Ә бына башҡаларға яҙмышы алдынан сапмаҫҡа кәңәш ителә. Әйҙә, бөтәһе лә һәүетемсә генә үҙ яйына барһын.
Яңы йылда яңғыҙҙар үҙҙәренең икенсе яртыһын табып шатланасаҡ. Оҙаҡ эҙләнеүҙәрҙән һуң ғаилә ҡороп ебәреүселәр ҙә буласаҡ. Балалар ҙа көттөрмәйәсәк. Аждаһа йылы ошоға булышлыҡ итә.
Аждаһа ялҡынлы ҡыҙыл, йәшел һәм ҡара төҫтө үҙ итә, шуға күрә был йылда кейемдәр ҙә ошо төҫтә булырға тейеш.
Аждаһа йылы үҙ булмышыңды табыу, карьера яһау өсөн дә уңай. Бигерәк тә ижади һөнәр эйәләре өсөн йыл отошло. Таланттарығыҙ асылыр һәм тырышлығығыҙ үҙ һөҙөмтәһен бирмәй ҡалмаҫ. Иң мөһиме – әйләнә-тирәләгеләргә иғтибарлы булығыҙ.
Аждаһа ҡыйыу, ҡеүәтле, шул уҡ мәлдә аҡыллы һәм ғәҙел. Алдашыуҙы, хыянатты, маһайыуҙы, ике йөҙлөлөктө ене һөймәй. Шуға күрә ошо сифаттарға эйә булғандарға был йыл бер ниндәй яҡшылыҡ вәғәҙә итмәй. Киреһенсә, уларҙың юлында һәр ваҡыт ҡатмарлыҡтар ғына осрап торасаҡ.
Дөйөм алғанда, Аждаһа йылы һәр кемгә яҡты киләсәккә өмөт бүләк итә. Донъяла тотороҡлолоҡ һаҡланасаҡ, иҡтисадта ла, сәйәси өлкәлә лә тетрәнеүҙәр көтөлмәй, тип фаразлай йондоҙнамә төҙөүселәр. Башланғыстарығыҙға бөтә көсөгөҙҙө, тырышлығығыҙҙы һалығыҙ, башҡаларҙы рәнйетмәгеҙ, яман һүҙҙән йыраҡ булығыҙ – шул ваҡытта Аждаһаның тос бүләктәре оҙаҡ көттөрмәҫ!

Сысҡанды Аждаһа йылында эштә лә, мөхәббәттә лә яңы еңеүҙәр көтә. Барлыҡ мәсьәләләр ҙә бер ниндәй ҡытыршылыҡһыҙ хәл ителәсәк. Кеҫәгеҙ ҡалынаясаҡ, әммә сығымдарҙы ваҡытында “ауыҙлыҡлау” мотлаҡ. Яңы дуҫ-иштәр менән һаҡ булығыҙ, улар араһында һеҙҙе алдарға йә үҙ мәнфәғәтендә ҡулланырға теләүселәрҙең табылыуы бар.

Үгеҙгә яңы йылда тырышырға тура киләсәк. Һеҙҙең көсөгөҙҙө һәм ваҡытығыҙҙы алған көтөлмәгән хәл-ваҡиғалар тыуыуы бар. Уларҙы хәл итеүҙә үҙ көсөгөҙгә ышанығыҙ, был ауырлыҡтар барыбер йырып сыҡҡыһыҙ булмаясаҡ. Шулай уҡ һеҙгә ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер кешеләр ҙә табылыр, әммә һәр саҡ тик яҡшыға өмөтләнегеҙ, шул ваҡытта бөтәһе лә ал да гөл буласаҡ.

Юлбарыҫҡа был йыл тотороҡлоҡ һәм тыныслыҡ вәғәҙә итмәй. Хәүеф менән янаған аҡса һалыуҙан баш тартыу яҡшыраҡ булыр. Башҡаларҙың кәңәштәрен “мең иләк” аша үткәреү отошлораҡ. Әгәр бүтәндәр менән мөнәсәбәттәр боҙола башлаһа, тыйылығыҙ, түҙемлегегеҙ һеҙгә яҡшы яңылыҡ йәиһә уңыш булып әйләнеп ҡайтыр.

Ҡуянды быйыл күп эш көтә. Арып китеүегеҙ ҙә ихтимал, шулай ҙа тырышлығығыҙ һөҙөмтәһеҙ ҡалмаҫ. Ул мәлдә карьера баҫҡысында өҫкә үрләү, күп итеп аҡса эшләү, дәрәжәле яңы дуҫтар табыу мөмкинлеге юлығыҙға сығып ҡына торасаҡ.

Аждаһа үҙенең йылында яҡындары, дуҫ-иштәре араһында рәхәтләнеп ял итәсәк. Теләгәнегеҙ алдығыҙға килеп торасаҡ, бөтә маҡсаттарығыҙ бер ниндәй ҡаршылыҡһыҙ тормошҡа ашасаҡ. Оптимистик рухта булғандарҙы көн һайын тиерлек яңы мөмкинлектәр һәм таныштар көтә.

Йыланға быйыл йәшенеп, хәл-ваҡиғалар үҙгәрешен ситтән күҙәтеү яҡшыраҡ. Үҙгәрештәр талап итеүегеҙҙе берәү ҙә аңламаҫ. Бизнеста көткәнегеҙҙең аҡланмауы бар, үҙегеҙгә ҡаршы яманлыҡтан һаҡланығыҙ. Аҡсаны аҡыллы тотоноу кәңәш ителә. Йыл уртаһынан хәл һис шикһеҙ яҡшы яҡҡа үҙгәрә башлаясаҡ.
Ат йылында тыуғандарҙы эштәрендәге тотороҡһоҙлоҡ йонсотор. Башланғыстарығыҙҙың ҡаршылыҡтарға осрауы бар. Шуға ла бөтәһен дә алдан планлаштырып, юғалтыуҙарҙы сикләү юлын уйлап ҡуйыу мотлаҡ. Шул саҡта үҙегеҙгә еңелерәк буласаҡ.

Ҡуй өсөн уңышлы йыл. Эштә үҙегеҙҙе яҡшы яҡтан күрһәтерһегеҙ, әммә артығын барыбер эшләй алмаясаҡһығыҙ. Булған аҡсағыҙҙы аҡыл менән тотоноғоҙ, ҡараңғы эштәрҙән ҡасығыҙ. Тормошоғоҙҙо ҡапыл үҙгәртергә маташмағыҙ, ағым ыңғайына барыу отошлораҡ булыр. Шулай уҡ юлығыҙҙағы шәп мөмкинлектәрҙе лә ситкә этмәгеҙ.

Маймыл быйыл ҙур әүҙемлек күрһәтәсәк һәм һөҙөмтәлә башҡалар араһында үҙенең дәрәжәһен күтәрәсәк. Яҡшы ғына табыш алыуығыҙ ҙа бар. Белем эстәү, яңы тәжрибә туплау өсөн дә яҡшы йыл, әммә ҙур пландар һеҙҙе күңел тыныслығынан мәхрүм итәсәк. Шуға күрә ял тураһында ла онотмағыҙ. Сығымдарығыҙҙың артыуы мөмкин.

Әтәс өсөн бәхетле йыл. Һеҙҙе лайыҡлы баһалаһалар, етәксе итеп тәғәйенләүҙәре бар. Һаулығығыҙҙы ҡайғыртығыҙ, сәләмәт тормош алып барығыҙ, ваҡытында ял итегеҙ. Ғаиләгеҙҙең артыуы мөмкин. Әгәр һеҙ яңғыҙ икән, һис шикһеҙ үҙегеҙҙең бәхетегеҙҙе осратырһығыҙ.

Этте ҡатмарлыҡтар көтһә лә, бирешмәҫ. Әммә үҙегеҙҙең ҡараштарығыҙҙы яҡлар өсөн көрәшергә тура киләсәк. Аҡсалата юғалтыуҙарҙан һаҡ булығыҙ. Үҙегеҙгә туранан-тура ҡағылмаған бәхәстәрҙә ҡатнашмауығыҙ хәйерле. Нервығыҙҙы һаҡлағыҙ, күңел тыныслығын табыу юлын эҙләгеҙ.

Ҡабан өсөн тыныс, бәхетле йыл. Эшегеҙҙең һөҙөмтәһе етәкселек тарафынан яҡшы баһаланыр, коллегаларығыҙ араһында дәрәжәгеҙ бермә-бер артыр. Ҡеүәтле дуҫтарығыҙ ҙа ярҙам ҡулы һуҙыуҙан тартынмаҫ. Йортта шулай уҡ бөтәһе лә тыныс булыр, әммә хәүефһеҙлеккә һәм шәхси мөлкәтегеҙҙе һаҡлауға иғтибарҙы йәлләмәгеҙ.


Вернуться назад