Беҙҙең уҡыу йорттары һынатманы22.11.2013
Юғары белем биреү ойошмаларының һөҙөмтәлелегенә мониторинг үткәреү буйынса ведомство-ара комиссияның эш төркөмө ултырышында М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетын һөҙөмтәһеҙ эшләгәндәр исемлегенән һөҙөмтәлеләр төркөмөнә күсерергә ҡарар ителде.
Фекер алышыуҙа Дәүләт Думаһы депутаты Александр Дегтярев ҡатнашты. Эш төркөмөнә шулай уҡ Рәсәй төбәктәрендәге башҡарма власть органдары, ректорҙар союздары, юғары уҡыу йорттары ассоциациялары, “Рособрнадзор” вәкилдәре, шулай уҡ мәғариф өлкәһендәге эксперттар ингәйне.
Башҡортостандан парламентарий ултырышында Волга буйы федераль округындағы, шул иҫәптән республикабыҙҙағы бер төркөм юғары уҡыу йорто һәм уларҙың филиалдарының эш сифаты тикшерелеүе хаҡында һөйләне. Төбәктәге дәүләт юғары уҡыу йорттарының барыһы ла быйылғы мониторингты уңышлы үткән. Улар араһында көньяҡ төбәктең төп терәгенә әйләнгән юғары уҡыу йорто — БДУ-ның Сибай институты ла бар. Һөҙөмтәһеҙҙәр исемлегенә эләккән башҡа уҡыу йорттарына килгәндә, уларҙы үҙгәртеп ойоштороу мәсьәләһе ҡараласаҡ.