Өлкәндәр ҡул ҡаушырып ултырырға ғәҙәтләнмәгән. Хаҡлы ялға сыҡҡас, ең һыҙғанып шәхси кәсепкә тотонғандары ла бар.
Эшҡыуар булыу өсөн ниндәй сифаттар кәрәк? Ғалимдарҙың әйтеүенсә, аҡыл һәм зирәклектән тыш, һиҙгерлек тә, шаянлыҡ та, юмор ҙа бизнес менән шөғөлләнеүҙә бик мөһим. Түбәндәге мәсьәләләрҙе сәтләүек ярғандай йәһәт кенә сисә алаһығыҙмы? Фекер ҡеүәгеҙ етерлекме? Систегеҙ ҙәме ни? Тимәк, эшҡыуарлыҡҡа ҡурҡмай тотона алаһығыҙ.
Компаньонығыҙ менән уртаҡ предприятиеғыҙҙың мөлкәтен тип-тигеҙ итеп бүлешеп алырға йыйынаһығыҙ икән, ти. Бер кемдең дә ярҙамына таянмайынса, уны нисек ғәҙел бүлергә?
* * *
Ике эшҡыуар араһында 7 миллион һум аҡсаны, береһендә икенсеһендәгенән 3 миллион һумға күберәк ҡалдырып, нисек бүлер инегеҙ?
* * *
Ауырыу ир бала көткән ҡатынына васыятнамә ҡалдырған. Әгәр ҙә әсә ир бала тапһа, улына мөлкәттең 2/3, ә ҡатынға 1/3 өлөшө тейәсәк. Ҡыҙ бала тыуа ҡалһа, уға мөлкәттең — 1/3, әсәгә 2/3 өлөшө биреләсәк.
Үкенескә ҡаршы, атай кеше донъяға игеҙәктәр — ҡыҙ һәм малай тыуасағын башына ла килтермәгән.
Бындай көтөлмәгән осраҡта мираҫты нисек ғәҙел бүлергә?
* * *
Тағылма менән автомобиль 1,5 миллион һум тора. Өҫтәүенә, автомобиль арбанан 1,3 миллион һумға ҡиммәтерәк.
Автомобиль менән тағылмалы арбаның хаҡы күпме?
* * *
Биш йомортҡаны биш кешегә нисек итеп тигеҙ бүлергә? Төп шарт: бер йомортҡа мотлаҡ кәрзиндә ҡалырға тейеш.
* * *
7 менән 8 һандары араһына ниндәй билдә ҡуйғанда 8-ҙән бәләкәйерәк, 7-нән ҙурыраҡ һан килеп сығасаҡ?
* * *
Ҡайһыһы ҙурыраҡ: 70 долларҙың 5 процентымы, әллә 5 долларҙың 70 процентымы?
Яуаптар:
1. Берәү мөлкәтте бүлә, икенсеһе — һайлай.
2. 5 миллион һум һәм 2 миллион һум.
3. Ҡыҙы мираҫтың 15-тән 2, улы 15-тән 8,
әсәһе 15-тән 5 өлөшөн аласаҡ.
4. Автомобиль — 1,4 миллион һум,
тағылма — 0,1 миллион һум.
5. Бер йомортҡаны кәрзингә һалып бирергә.
6. Өтөр ҡуйығыҙ.
7. Тигеҙ.