Йылан йылын яңы ғына түҙемһеҙлек, яҡты өмөттәр менән көтөп алғайныҡ. Баҡһаң, "иҫкереп" тә бара икән. Уны йомғаҡларға, уңыш-уңышһыҙлыҡтарҙы барларға ла ваҡыт еткән. Һуғыш, хеҙмәт, Ҡораллы Көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандарының Башҡортостан республика советы рәйесе Марат Сабит улы МУЛЛАҒӘЛӘМОВ та әңгәмә барышында йылдың эреле-ваҡлы мәшәҡәттәр менән һиҙелмәй үтеүен билдәләне.
— Әле киләһе йылда үтәсәк мөһим сараларға әүҙем әҙерләнәбеҙ. Республикабыҙҙа өс меңдән ашыу ветерандар ойошмаһы бар, һәр береһендә отчет-һайлау конференцияларын үткәреү — ҙур бурыс. Ә 2015 йылда республика ветерандар советының отчет-һайлау конференцияһы уҙасаҡ. Был яуаплы эштәр ил иҡтисадын үҫтереүгә, именлекте һаҡлауға ҙур тырышлыҡ һалған бер миллиондан ашыу ветеран һәм пенсионерҙың тормошон яҡшыртыу, һаулығын хәстәрләү, социаль яҡлау идеяһы менән һуғарылған.
— Мәшәҡәттәрегеҙҙең күплеген аңлап-белеп торабыҙ. Шуларҙың араһынан иң яуаплыһын билдәләп китһәгеҙ ине.
— Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығын лайыҡлы ҡаршылауға хәҙерҙән тотоноуыбыҙ юҡҡа түгел. Йыл ярым ваҡыт "һә" тигәнсе үтер ҙә китер. 2013 йылдың 1 ғинуарына алынған мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡандар һаны 6 меңгә генә етә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яугирҙәр рәте көндән-көн һирәгәйә бара, йыл да уртаса 1,5 мең тирәһе ветеран баҡыйлыҡҡа күсә. Иҫән саҡтарында һәр береһенең көнөн яҡтыраҡ, сыуағыраҡ итеү өсөн барыбыҙ ҙа тырышлыҡ һалырға тейешбеҙ.
— Ветерандарҙың сәйәхәт итергә әүәҫлеген яҡшы беләбеҙ. Быйыл да күптәр төрлө кимәлдәге осрашыуҙарҙа ҡатнашты, ял итте, яңы тәьҫораттар алып ҡайтты. Яҡын арала ниндәй сәфәрҙәр көтә һеҙҙе?
— Ленинградты блокаданан ҡотҡарыуҙың 70 йыллығына арнап декабрҙә уҙғарыласаҡ тантанаға беҙҙең һуғыш ветерандарын да саҡырҙылар. Ошо ҡаһарман ҡаланы обороналауҙа ҡатнашҡан батырҙар республикабыҙҙа етерлек.
Оло байрам тантанаһына Туймазы ҡалаһында йәшәүсе 89 йәшлек ветеран, артиллерист Ғилметдин Абзалетдиновты, Иглин районының Аҡбирҙе ауылынан саңғысылар батальонында хеҙмәт иткән һалдат Әбүзәр Әхмәҙуллинды оҙатасаҡбыҙ. Туғыҙынсы тиҫтәне тултырыусы яугир яҡташтарыбыҙға ныҡлы һаулыҡ, күтәренке кәйеф теләргә генә ҡала.
— Һеҙ өлкәндәрҙең тормошон яҡшыртыуға өлгәшеүҙе мөҡәддәс бурыстарығыҙҙың береһе тип иҫәпләйһегеҙ. Был юҫыҡта ниндәй эштәр көтөлә?
— Ветерандарҙы бөгөн торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, хеҙмәттәргә түләүҙәр, тарифтар мәсьәләләре бик борсой. Оҙаҡламай үтәсәк Республика Советы президиумы ултырышында тап ошо хаҡта һүҙ барасаҡ та инде. Республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрының да ҡатнашыуы сараның әһәмиәтен күтәрер, күп һорауҙарға аңлайышлы, төплө яуап алырбыҙ тип өмөтләнәбеҙ.
— Ветерандар хәрәкәтенең тағы ла көслөрәк, әүҙемерәк булыуын теләйбеҙ. Ныҡлы һаулыҡ, именлек юлдаш булһын!