Кем хәҡиҡәткә яҡыныраҡ?22.11.2013
"Сит илдәрҙәге хәл-ваҡиғалар, сәйәсәт тураһында ҡыҙыҡлы материалдар уҡырға әүәҫмен. Йылдар үткән һайын сер төйөндәре сиселә бара, яңы мәғлүмәттәр асыла. Баҡһаң, быйыл ноябрҙә заманында бөтә донъяны шаулатҡан, үткән быуаттың серле йомғағына әүерелгән Техастағы террористик актҡа ла илле йыл тула икән. Һорауым шул: АҠШ-тың 35-се президенты Джон Кеннедиҙың кем тарафынан һәләк ителгәне хаҡында яңы мәғлүмәт бармы?

Ихтирам менән Барый ағайығыҙ.
Күгәрсен районы".

Беҙ йәш саҡта хәрби хеҙмәткәрҙәр араһында шундай бер сәйәси көләмәс йөрөй торғайны. Имеш, совет кешеһе менән ирекле Америка гражданы демократия тураһында һүҙ көрәштерә икән. "Һеҙҙә бит демократия бөтөнләй юҡ, ә бына беҙ, исмаһам, ниндәй ҡитғаға теләйбеҙ, шунда аяҡ баҫа алабыҙ", — тип маһайған американды әсе яуап һүҙһеҙ ҡалдыра: "Һинең менән килешмәй булмай. Һеҙҙәге демократия хатта президенттарҙы атып үлтереүгә юл ҡуя".
Ысынлап та, ХХ быуаттың 60-сы йылдарында матбуғатта баҫылған материалдарға ҡарағанда, АҠШ президенттарының дүрттән бер өлөшө йә террорсылар тарафынан атып үлтерелгән, йә уларҙың ғүмерен ҡыйыуға ынтылыш яһалған.
Террорсыларҙың беренсе ҡорбаны Авраам Линкольн (1809–1865) АҠШ-тың 16-сы президенты була. Уның билдәле демократик реформаларының береһе 1862 йылда фермер хужалыҡтарына юл аса. Бер йылдан һуң негрҙар ҡоллоҡтан азат ителә. Ошо осорҙағы граждандар һуғышында илдең көньяғында ҡол биләүселек яҡлылар еңелә. Плантация хужаларын мәкерле уй берләштерә — Авраам Линкольнды театрҙа атып үлтерәләр.
Линкольндың һәм Кеннедиҙың етәкселек итеү осоро араһында йәнә ике президенттың ғүмере өҙөлгән. 20-се президент Джеймс Гарфилд һәм 25-се президент Уильям Мак-Кинлиҙың сәйәси эшмәкәрлегенән ризаһыҙлыҡ булғанлығы билдәле түгел, шулай ҙа юғары вазифалы етәкселәрҙең ғүмеренә янау АҠШ өсөн ғәҙәти күренеш тип әйтергә мөмкин.
Джон Кеннеди, демократтар партияһының вәкиле булараҡ, 1960 йылдағы һайлауҙа республикандар партияһы ағзаһы Ричард Никсонға ҡарағанда күберәк тауыш ала. Ул йылдарҙың хәрби блоктар һәм базалар төҙөлгән, һалҡын һуғыштың үтә ҡыҙған, көсөргәнешле осор икәнен тарихтан яҡшы беләбеҙ. Икенсе донъя һуғышы тамамланғас, АҠШ-тың 33-сө президенты Гарри Трумэн һуғыш осоронда союздаш булған СССР-ға "һалҡын һуғыш" иғлан итә. 1949 йылда Төньяҡ Атлантика блогы булдырыла. СССР яғынан яуап булып, 1955 йылда Варшава килешеүе төҙөлә.
Джон Кеннеди ҙа көс ҡулланыу сәйәсәтенән баш тартмай. 1961 йылда АҠШ-та хәрби әҙерлек үткән Куба эмигранттары Азатлыҡ утрауына десант төшөрә, әммә Куба армияһы уны бик тиҙ тар-мар итә. Уңышһыҙлыҡҡа дусар булған десант операцияһы ультрареакционерҙарҙа Кеннеди сәйәсәтенән ҙур ҡәнәғәтһеҙлек тыуҙыра, өҫтәүенә Кариб көрсөгөнөң тыныс юл менән хәл ителеүе тынғы бирмәй. Кеннедиҙың Советтар Союзы менән мөнәсәбәттәрҙе көйләү тураһында һүҙ алып барыуы ла күптәргә оҡшамай.
Бынан 50 йыл элек Техас штатының Даллас ҡалаһындағы фажиғәле ваҡиғаны иҫкә төшөрәйек. Кеннеди 1963 йылдың 22 ноябрендә Далласҡа 1964 йылда үтәсәк президент һайлау кампанияһына әҙерлек маҡсатында килә. Урындағы ваҡыт менән көндөҙгө сәғәт 1-се яртыла президент кортежында барғанда, уға атып, үлемесле яралайҙар. Эргәһендә ҡатыны Жаклин һәм губернатор Джон Коннэлли хәләл ефете менән була. Врачтарҙың тырышлыҡ һалыуына ҡарамаҫтан, президенттың йөрәге тибеүҙән туҡтай. Вице-президент Линдон Джонсон президент булып ҡала. Әлбиттә, был йылдарҙа имеш-мимеш, һүҙ сурытыу күп булды. Моғайын, фажиғәлә Джонсондың да ҡатнашлығы барҙыр, ул да үҙ мәнфәғәтен күҙәткәндер, тигән хәбәрҙәр ҙә йөрөнө.
Президентты атып үлтереү ваҡиғаһы сәйәсмәндәргә лә, ябай халыҡ өсөн дә серле башватҡыс булды. Рәсми тикшереү, төрлө тәжрибә үткәреүгә ҡарамаҫтан, суд бер кемде лә яуапҡа тарттырмай. Юғары вазифа биләгән етәкселәрҙе үлтергән өсөн ниндәй ставкалар билдәләнеүе тураһында матбуғат биттәрендә яҙылыуы ла ойошҡан енәйәтселектең илдә ни тиклем ҡеүәтле булыуын дәлилләй.
29 ноябрҙә Джонсондың указы нигеҙендә фажиғәне асыҡлау, тикшереү маҡсатында комиссия төҙөлә. Һөҙөмтәлә президенттың ғүмерен ҡыйыусы тип Ли Харви Освальд таныла. Үлтереүсе бер кем менән дә бәйләнештә булмаған, президентҡа ҡаршы бер ниндәй ҙә фетнә ойошторолмаған, тип раҫларға тырышалар. Комиссияның эш һөҙөмтәһе ҡаты тәнҡиткә эләгә. Эксперимент күрһәтеүенсә, фажиғә урынында өс гильза табыла, атыштың ике урындан яңғырауы асыҡлана. Тимәк, Освальдтан башҡа тағы кемдеңдер ҡатнашҡанлығы бәхәсһеҙ.
Ә ғәйепләнеүсене 24 ноябрҙә үк полиция участкаһынан сыҡҡанда атып үлтерәләр. Йәнәһе, президент өсөн үс алғандар. Освальдтың үҙ ғәйебен танымауы билдәле. 1966 йылда Яңы Орлеан прокуроры Джеймс Гаррисон фажиғәне асыҡлау буйынса ҡабаттан үҙаллы тикшереү эшен башлай. Уның фекеренсә, төп ғәйеплеләр — Үҙәк разведка идаралығы менән бәйләнештәге Куба оппозиционерҙары. Гаррисон раҫлауынса, президентҡа өс нөктәнән аталар. Яңы тикшеренеү һөҙөмтәһе 1967 йылдың 17 февралендә матбуғатта баҫыла. Ә 22 февралдә шик аҫтындағы төп кешеләрҙең береһе — пилот Ферри — йортонда үле килеш табыла.
Был ваҡиға — АҠШ-тағы ойошҡан енәйәтселектең ни ҡәҙәре ҡеүәтле булыуына сағыу дәлил. Джондың ҡустыһы Роберт Кеннеди 1964 йылға ҡәҙәр АҠШ-тың юстиция министры була, ә 1965 йылдан сенатор вазифаһында эш башлай. 1968 йылда ул президент һайлауҙа ҡатнашыу теләген белдерә, ошо уҡ йылда атып үлтерелә.
1964 йылда рәсми тикшереү комиссияһының материалдары архив һәм документтарҙың милли идараһына тапшырыла. Идара ҡағиҙәләренә ярашлы, дәлилдәр 75 йыл буйы матбуғатта баҫылып сыҡмаҫҡа тейеш. Ә ике йылдан һуң мәғлүмәт азатлығы хаҡында акт ҡабул ителгәс, ҡәтғи ҡағиҙәләр ҙә үҙгәрә. 1992 йылда АҠШ Конгресы, Джон Кеннедиҙы үлтереү буйынса барлыҡ материалды йыйып, матбуғатта сығарыу тураһында ҡарар ҡабул итә.
2007 йылда АҠШ-тың Үҙәк разведка идаралығында агент вазифаһын башҡарған Говард Ханттың китабы баҫылып сыҡты. Ул Кеннедиҙы үлтереүгә заказ биреүсе тип Линдон Джонсонды атай, ә операцияны ЦРУ агенттары ойошторҙо, тип дәлилләй. Илле йыл үтһә лә, бөтә донъяны таң ҡалдырған сәйәси бәхәскә нөктә ҡуйылмаған әле. Һәр хәлдә прокурор Гаррисондың бер кемгә лә буйһонмаған үҙаллы тикшеренеүҙәре хәҡиҡәткә яҡыныраҡ төҫлө.


Вернуться назад