Пенсионерҙар сәйәхәткә сыға22.11.2013
Пенсионерҙар һәм инвалидтар өсөн "Сәләмәтлек шишмәһе" пансионатына социаль тур башланды.
Өлкәндәр өсөн бындай саралар "Өфө ҡалаһында тышҡы һәм эске туризмды үҫтереү" айырым маҡсатлы программаһына ярашлы ойошторола.
— Ноябрҙә 470 кеше профилакторийҙа ял итә. Дүрт көнгә иҫәпләнгән бер путевка хаҡы — 1 359 һум, — тип хәбәр итте Өфө хакимиәтенең сектор мөдире Эльвира Фәттәхова. — Был хәтлемен пенсионерҙар түләй, ә ҡалғаны — ҡала бюджеты иҫәбенән.
"Сәләмәтлек шишмәһе" пансионаты Өфө районының Нижегородка ауылында урынлашҡан. Тур программаһы махсус схема буйынса эшләнгән, ял итеүселәр бында һаулығын да нығыта. Пансионатта уларҙы ике урынлыҡ бүлмәләргә урынлаштыралар, биш тапҡыр ашаталар, Өфөгә экскурсия, күмәк мәҙәниәт һәм спорт саралары ойошторола.
Социаль туризм программаһынан һәр пенсионер файҙалана ала. Бының өсөн халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәгенә ғариза яҙырға кәрәк.