Тәмле булһын!05.01.2012
“Һылыуҡай” салаты
600-700 грамм бешкән тауыҡ ите, 5-6 бешкән йомортҡа, 2-3 баш һуған, ике тоҙло ҡыяр, өс тырнаҡ һарымһаҡ, самалап тоҙ, майонез, биҙәү өсөн помидор, петрушка алына.
Сөм тәрилкәнең төбөнә тәүҙә ваҡлап туралған тауыҡ ите, шунан ҡатлам менән ваҡлап туралған йомортҡа, һуған, тоҙло ҡыяр һалына. Ваҡ ҡырғыс аша үткәрелгән һарымһаҡты майонезға бутап, һәр ҡатламға яғырға кәрәк. Салаттың өҫтөн помидорҙан сәскә яһап биҙәйһең, ваҡлап туралған петрушка һибәһең.
“Йәрминкә” салаты
Был салатҡа тауыҡтың түш ите, салат япрағы, помидор, 250 грамм ветчина, 100 грамм сыр, тәмләткес өсөн 50-100 грамм зәйтүн йәки көнбағыш майы, 1/2 лимон һуты, 2-3 йомортҡа, тоҙ, борос талап ителә.
Тоҙ, борос ҡушылған итте көнбағыш майында ҡыҙҙырып алырға. Помидорҙарҙы өлөшләтә бүлеп, тәрилкәләге салат япраҡтары өҫтөнә теҙеп сығырға. Ҡыҙҙырылған тауыҡ итен, ветчинаны, сырҙы шаҡмаҡлап турап, бер-бер артлы рәтләп һалырға. Бешкән йомортҡаларҙы киҫәкләп ҡырҡҡас, тәрилкә ситенә теҙергә. Зәйтүн майы, лимон һуты, тоҙ һәм борос ҡушылмаһын салат өҫтөнә ҡойорға.
“Ялҡын” салаты
1/2 гранат, дүрт картуф, 300 грамм тел, ике баш һуған, алты йомортҡа, 250 грамм сыр, майонез кәрәк.
Һуғанды түңәрәкләп ҡырҡып, 30 минут тирәһе маринадта (көнбағыш майы һәм аш һеркәһе ҡатнашмаһында) тоторға. Маринадтан алғас, һалҡын һыуҙа сайҡатырға, һарҡытырға. Картуф менән йомортҡаны ҡырырға, бешкән телде оҙонсалап турарға. Тәүге ҡатҡа картуфты йәйеп, өҫтөнә тел, унан һуған, йомортҡаны тигеҙләп һалып сығырға. Һәр бер ҡат араһына майонез һөртөргә. Иң өҫтөнә сыр ҡырып, майонез менән ҡапларға. Петрушка япрағы һәм гранат бөртөктәре менән биҙәргә. Салатығыҙ тәмле булһын!