Реформа йәнә вәғәҙә итә22.11.2013
Реформа йәнә вәғәҙә итә2015 йылдың 1 ғинуарынан Рәсәй яңы пенсия ҡағиҙәләре буйынса йәшәйәсәк. Был системалағы яңы үҙгәрештәр тураһындағы закон проекттары Дәүләт Думаһына тапшырылды ла инде.

Йыл дауамында уҡыусыларыбыҙҙы реформаның әһәмиәте, үҙенсәлектәре менән таныштырып, ундағы "аҡ тап"тарға ла иғтибарҙы йүнәлтергә тырыштыҡ.
Ни өсөн кәрәк булды әле был реформа тигән һорауға закон проектын эшләүселәрҙең яуабы әҙер: граждандарҙың хеҙмәт эшмәкәрлеге барышында индергән өлөшөнә бәйле пенсия күләмен арттырыу. Ҡартлыҡта лайыҡлы йәшәү өсөн стажыңдың һәм хеҙмәт хаҡыңдың ҙур булыуы шарт. Әммә яңы формула беҙ көткәндән күпкә ҡатмарлыраҡ, аңлайышһыҙыраҡ булып сыҡты, Пенсия фондына иғәнә күсермәгәндәр, "һоро" эш хаҡы алғандар өсөн ул бөтөнләй яйһыҙ, файҙаһыҙ. Яңы реформаның өҫтөнлөктәре, "сюрприз"дары хаҡында байтаҡ яҙғанға күрә, бөгөн ул хаҡта һүҙ ҡуйыртып тормай, халыҡта бәхәс тә, икеләнеү ҙә тыуҙырған тупланма өлөш хаҡында ғына әйтеп үтмәксебеҙ.
Ысынлап та, 2002 йылда башланған реформаның ҡапыл ғына, уйланмай яһалған аҙымдары иҫте китәрә. Пенсия түләүҙә тупланма өлөштөң ни өсөн барлыҡҡа килеүен халыҡҡа аңлатыуға йылдар буйы күпме көс түгелде! Күп тә үтмәй, шундай уҡ йылғырлыҡ менән урта йәштәгеләрҙе ошо ымһындырғыс өлөштән мәхрүм ҡалдырҙыҡ. Ул ғынамы... Киләһе йылдан йәнә ошо тупланма өлөшкә Хөкүмәт тарафынан мораторий һалыу тәҡдим ителде. Быны ишетеү менән дәүләткә ҡарамаған пенсия фондтары шау-шыу ҡуптарҙы. Имеш, граждандарҙың пенсия тупланмаһын урлайҙар! Утыҙ тештән сыҡҡан хәбәр утыҙ ауыҙға етер, тигәндәй, күптәр быны ысынға алды, һәм 30 миллионға яҡын кеше тупланмаһын "Внешэкономбанк"тан дәүләткә ҡарамаған фондтарға күсерҙе.
Ирекһеҙҙән: "Дәүләткә ҡарамаған пенсия фондтары ышаныслымы һуң?" — тигән һорау тыуа. "Труд" гәзитендә донъя күргән материалдар, белгестәрҙең аңлатмалары тупланма системаһының ни тиклем тотороҡһоҙ һәм тәьҫирһеҙ икәнен раҫлай. Ошо мәсьәләләр эсендә йөҙөп эшләгән белгестәрҙең әйтеүенсә, йыл һайын 600 миллиард һумға яҡын пенсия иғәнәһе Пенсия фондынан алынып, "Внешэкономбанк" идараһына һәм дәүләткә ҡарамаған пенсия фондтарына тапшырыла. Шул арҡала Пенсия фондында тыуған ҡытлыҡ федераль бюджеттан ҡаплатыла. Дәүләткә ҡарамаған пенсия фондтары еңел килеп ингән аҡсаны нисек тә булһа ишәйтеп, табыш алыу яғын ғына ҡарай. Ә клиенттарҙың уртаса йыллыҡ килеме инфляция кимәленән дә түбән (3,9–7,9%).
Дәүләткә ҡарамаған ун пенсия фондының көтмәгәндә үҙҙәрен банкрот тип иғлан итеүе лә аптырашта ҡалдыра. 19 мең клиент пенсия тупланмаһынан ҡолаҡ ҡаҡты. Граждандарҙың аҡсаһын кем кире ҡайтарыр? Бындай күңелһеҙ осраҡта бөлгөнлөккә төшкәндәр Пенсия фондына клиенттар реестрын һәм уларҙың иҫәбендәге бөтә аҡсаны күсерергә бурыслы. Белгестәр әйтеүенсә, әлегә юҡҡа сыҡҡан унауҙың ни бары алтыһы ғына талапҡа буйһонған. Тимәк, НПФ-тар менән эштең шыма ғына барыуы икеле. Шулай итеп, бөлгөнлөккә төшкән фондтарҙың йөкләмәләрен үтәү Рәсәй Пенсия фонды иңенә төшәсәк. Эйе, дәүләт страховкаланған гражданға пенсия тупланмаһы сығымдарын түләп бөтөрөргә тейеш. Әммә законда был аҡсаны ҡайҙан алыу мәсьәләһе әлегә хәл ителмәгән.
Хаҡлы ялға сығырға әҙерләнеүселәрҙең, айырыуса йәштәрҙең, ҡапма-ҡаршылыҡлы мәғлүмәттән башы ҡатҡан инде. Ни өсөн тупланма өлөш тирәһендә ығы-зығы, шау-шыу һис тынмай? Ә шәхси пенсия фондтары бер ҙә тик ятмай, тауҙай вәғәҙәләре менән халыҡты ымһындырып, уларҙы тап үҙҙәренә аҡса күсерергә өндәй.
— Шәхси фондҡа күсергәме, юҡмы? — тип аптырай хеҙмәттәштәрем.
— Ғариза яҙайыммы, юҡмы? — тип башты ҡатыра таныш-тонош.
Хөкүмәт пенсияның тупланма йә иһә страховка өлөшөнә күсереләсәк 6 процент менән халыҡтың зиһенен тамам томаланы. Яңыраҡ матбуғат видеоконференцияһында Рәсәйҙең хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры Максим Топилин да мәсьәләгә асыҡлыҡ индермәне. Пенсия аҡсаһын ҡайҙа күсереү ышаныслыраҡ? Аныҡ һорауға ситләтеп кенә яуап ҡайтарылды:
— Кешегә һайлау хоҡуғы бирелә. Алты процентығыҙ менән тупланма системаға күсәһегеҙме йәки страховка өлөшөндә ҡалаһығыҙмы — үҙегеҙ хәл итәһегеҙ. Закондарҙы өйрәнергә, финанс баҙарындағы үҙгәрештәрҙе күҙәтеп барырға кәрәк, — тип, етәксе һәр кемде иғтибарлыраҡ булырға, алтын тауҙар вәғәҙә иткән хәйләле технологиялар ҡармағына эләгеүҙән һаҡланырға саҡырҙы.
Дәүләт Думаһында ҡараласаҡ закон проектын ниҙәр көтә? Уҡыусыларыбыҙҙы реформаның барышы, аңлатмалар менән артабан да таныштырасаҡбыҙ.


Вернуться назад