Афарин, һабырҙар!22.11.2013
Афарин, һабырҙар!Был мәктәптең райондағы белем усаҡтары араһында тәүгеләрҙән булып “Коллектив менән — “Башҡортостан”ға!” акцияһына ҡушылыуы осраҡлы түгел. Унда берҙәм, татыу, рухлы коллектив тупланған. Рәсәй Федерацияһының почетлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре, педагогик коллективҡа 20 йылдан ашыу етәкселек иткән Юлай Ураҙғолов әйтеүенсә, республикабыҙҙың төп милли гәзите “Башҡортостан”ды уҡытыусылар үҙ эшендә ҡуллана, унда баҫылған мәҡәләләрҙе дәрестәрҙә файҙалана. Ата-әсә йыйылышы булһынмы, ауыл халҡы менән төрлө осрашыу үтһенме, бар сарала ла “Башҡортостан” – уларҙың таянысы, фекерҙәше һәм кәңәшсеһе.

Матбуғат һүҙенең тәьҫирен һабырҙарға быйыл үҙ “тәнендә” татырға тура килгән: Берҙәм дәүләт имтихандары һөҙөмтәләре буйынса уларҙы насарҙар исемлегенә индерә яҙғандар. Баҡһаң, гәзиттә баҫылған мәҡәләлә хата киткән: былтыр мәктәпте 11 уҡыусы тамамлаған, ә һөҙөмтә 10 уҡыусыныҡы тип бирелгән, йәғни берәү һынауҙы үтә алмаған килеп сыға. Шунлыҡтан, кемдеңдер һаҡһыҙ эш итеүе сәбәпле, райондағы иң абруйлы мәктәптең исеменә ҡара яғыла яҙҙы. Һабырҙар гәзит хеҙмәткәрҙәренә бер аҙ үпкәләһә лә, үҙҙәренең яҡын дуҫына әүерелгән баҫмаға хыянат итмәне.

Был урта мәктәпте республикала яҡшы беләләр, тиеүем дә юҡҡа түгел. 2007 йылда ул миллион һумлыҡ грантҡа лайыҡ булды. Коллективта Рәсәй һәм Башҡортостан президенттарының гранттарын алған биш уҡытыусы эшләй. Шуныһы ҡыуаныслы: уҡыусылары ла уҡытыусылары йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәй. Таңсулпан Атанғолова менән Зарина Бағышаева юғары уҡыу йорттарында белем алғанда Президент стипендиаттары булды. Оҙаҡ йылдар дауамында педагогик коллектив һәләтле балаларҙы эҙләү һәм үҫтереү йүнәлешендә тотороҡло эш алып бара. Йылдың-йылы һөҙөмтәләр ҡыуандырырлыҡ! Мәҫәлән, йәш сәсәндәрҙең “Урал батыр” эпосын яттан һөйләү конкурсында Һабыр мәктәбенән генә төрлө йылдарҙа ике уҡыусы — гран-при, бер бала – беренсе, тағы икәү икенсе урын яуланы. Быйылғы мәртәбәле бәйгелә Снежана Асаинова икенсе урынды алды. Уҡыусыларға сәсәнлек традицияларын өйрәтеүҙә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Әлфиә Ҡужабәкованың хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ. Әйткәндәй, күптән түгел алдынғы уҡытыусы “Рәсәй Федерацияһының почетлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булған.
Район һәм республика олимпиадаларында ла һынатмай һабырҙар. Йыл һайын башҡорт теле һәм әҙәбиәте олимпиадаһында Һабыр мәктәбе уҡыусылары еңеүселәр исемлеген тулыландыра. Шулай уҡ Башҡортостан мәҙәниәте һәм тарихы буйынса Гөлирә Әҙеһәмова республика күләмендә призлы урын яулаған. “Ватан юлдары буйлап” тигән республика бәйгеһендә Азалия Кәлимуллина – икенсе, уҡыусылар араһында үткән социаль форумда Зөһрә Булатова өсөнсө урындарға лайыҡ булған.
Мәктәптең матди-техник базаһы бай: компьютер класы бар, ашхана, спорт, тамаша залдары, китапхана заман талаптарына яуап бирерлек йыһазландырылған. 2012 йылда федераль ҡаҙнанан мәктәпкә капиталь ремонт өсөн аҡса бүленгән. Белемле, көслө рухлы шәхес тәрбиәләү маҡсатында коллектив белем һәм тәрбиә биреүҙә яңынан-яңы алымдар үҙләштерә.
Тәжрибәле уҡытыусылар Гөлнур Игебаева, Әсмә Булатовалар менән бер рәттә Илшат Солтанов кеүек йәштәрҙең дә мәктәпкә килеүе маҡтауға лайыҡ.


Вернуться назад