Әсә күңелен диңгеҙ, тиҙәр:
Унда күпме ынйы бар!
Һөйөп, ҡәҙерләп үҫтергән
Бала өсөн саф мөхәббәт
Ынйылары бит улар!
Әсә күңелен сәхрә, тиҙәр:
Унда күпме хозурлыҡ!
Нисек һүҙҙәр табырға һуң
Ошо сихри хозурлыҡты
Йырҙа тасуир ҡылырлыҡ?!
Әсә күңелен дала, тиҙәр,
Ул — тылсымлы, киң дала.
Ошо күңелдән башлана
Һәр кемдең дә ҙур маҡсатҡа
Аҡ юлдары донъяла!
Әсә күңелен ҡояш, тиҙәр,
Унда күпме яҡтылыҡ!
Шул күңелдең яҡтыһынан
Тойғолар нурланып китә,
Йәндә арта яҡшылыҡ.