Ҡояштай берәү генә20.11.2013
Әсәйем — изге, мәрхәмәтле, ярҙамсыл кеше. Ҡәҙерлемде ҡояш һымаҡ күрәм, сөнки ул донъяла берәү генә.
Әсәйем мине бер ваҡытта ла яңғыҙ ҡалдырмай. Шатланған, бер аҙ бойоҡҡан, ауырып алған мәлдәремдә һәр саҡ янымда ул.
Ҙурайғас, әсәйемә гел генә ярҙам итеп, хәлен белешеп торасаҡмын. Йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәм.