Атайыма бал һатыштыҡ20.11.2013
Беҙ ғаиләлә дүрт кеше: атайым, әсәйем, ағайым Нәҙир һәм мин. Бер-беребеҙ менән дуҫ, татыу йәшәйбеҙ.

Атайым тимер юлда эшләй. Тырыш, изге күңелле булғаны өсөн уны барыһы ла хөрмәт итә.
Әсәйем иһә беҙҙе тәмле ризыҡтары, йылы ойоҡбаштары менән һөйөндөрә. Ағайым Нәҙир VII класта уҡый. Ул һүрәт төшөрөргә, ағасты юнып әйбер яһарға оҫта. Ағайым менән икәүләп Инйәр музыка мәктәбендәге ҡурай түңәрәгенә йөрөйбөҙ. Дәрестәрҙән миңә айырыуса математика оҡшай.
Умартасылыҡ менән шөғөлләнәбеҙ. Быйыл бал мул булды. Атайым табышын ҡалаға һатыуға алып сыҡты. Нәҙир ағайым менән уға ярҙам иттек.


Вернуться назад