Олатай дәресе20.11.2013
Архангел районының Тирәкле ауылында йәшәгән уҡытыусы-пенсионер Роза Ғәббәсованың "Бал ҡорттары — беҙҙең дуҫтар" тигән китабы донъя күрҙе.
— Ирем менән умарта тотабыҙ, — ти ул. — Халҡыбыҙ кәсебен дауам итергә, уны балаларыбыҙға өйрәтергә тейешбеҙ. Китабымды тап ошо ниәттән яҙҙым. Унда умартасылыҡҡа арналған хикәйәләрем, шиғырҙарым, әкиәттәрем тупланды. Эшемдә ғалим Ивний Шафиҡовтың "Бал ҡортоноң наҙы бар" тигән китабын ҡулландым.
Ҡәҙерле балалар! Һеҙгә йыйынтыҡтан бер хикәйәне тәҡдим итәбеҙ.


Умартаға рам яһаған Фаяз бабай янына биш йәшлек ейәне йүгереп килде.
— Нимә эшләйһең, олатай?
— Умартаға рам яһайым. Уға бал ҡорттары кәрәҙ ҡоясаҡ.
— Ә балды ҡайҙан ала һуң улар?
— Төрлө-төрлө сәскәнән.
— Сәскәлә бал була икән...
Баҡсалағы умарталарҙы көн дә күрһә лә, малай уларға бигүк иғтибар бирмәй, ҡорттар "быз-з-з!" тип баҫтырғанда ғына өйгә йүгереп инеп китә торғайны. Әле иһә, ҡыҙыҡһынып китеп, һорауҙарын яуҙыра башланы.
— Олатай, ә бал ҡорттарының күҙе, танауы, ауыҙы буламы?
— Уның башында ауыҙы, биш күҙе, ике мыйығы бар. Күҙҙәренең өсәүһе умартаның эсендә хеҙмәт итә, таң атыуын, эңер төшөүен хәбәр итә. Ә башҡалары тышта осҡанда күрә.
Ауыҙының аҫҡы тештәре, ирене һәм теле сәскәнән һут һурып алырлыҡ томшоҡ хеҙмәтен үтәй. Мыйыҡтарҙа еҫ һиҙеү ағзалары урынлашҡан.
— Ә аяҡтары нисәү?
— Алтау. Улар, бәләкәй генә булһа ла, ифрат ҡатмарлы бурыс үтәй. Эшсе ҡорттарҙың аяҡтарында кәрзиндәр бар, уларға йыйылған һеркәләрҙе һыпырып төшөрәләр. Шулай осоуы уңайлы була.
Ҡанаттары иһә дүртәү, алғылары арттағыларынан ҙурыраҡ. Бал ҡорттары сәғәтенә 20–30 саҡрым тиҙлек менән оса. Буш көйө икән, хатта 65-кә лә еткерә! Ә ауыр йөк менән сәғәтенә ике саҡрымдан ары оса алмайҙар.
— Бал ҡорттарының тағы ла нимәләре бар?
— Ашҡаҙаны, ҡан юлдары, тын алыу, нервы, үрсеү, ишетеү ағзалары... Бер аҙ ғына үҫә төш тә уларҙың эшмәкәрлеген ентекле өйрәнербеҙ, яраймы? Беҙҙең нәҫел элек-электән умартасылыҡ менән шөғөлләнгән. Был изге эште дауам итереңә ышанам.
— Ярай, — тип ихлас ризалашты малай. Шулай ҙа күңелен тырнап торған дәғүәһен белдермәй ҡалманы. — Ә ниңә кешене саға һуң улар?
— Ҡаяу һаҡланыу ҡоралы булып хеҙмәт итә. Тыныслығын боҙғанды, эшенә зыян килтергәнде яратмай бал ҡорто, шуға саға ла. Ҡаяуындағы ағыу биҙҙәрен дауалау өсөн дә ҡулланалар.
Малай бал ҡорттарының етдилегенә, егәрлелегенә һоҡланып ҡуйҙы. Бынан ары уйнап ҡына йөрөмәйәсәк, олатаһынан умартасылыҡ шөғөлөнә ныҡлап өйрәнә башлаясаҡ!


Вернуться назад