Бүләгең ниндәй?05.01.2012
Яңы йыл каникулында бер-береңә бүләк бирешеү күптән матур ғәҙәткә әйләнгән. Мысыр пирамидаларында “Яҡшы Яңы йыл теләйем!” тигән яҙыулы вазаларҙың табылыуы был һәйбәт йоланың элек-электән килеүен раҫлай. Римда иң яҡшы бүләк булып емеш-еләк һәм бал һаналған. Монголияла XVIII быуатта Яңы йылдың беренсе көнөндә императорға аҡ төҫтәге туҡыма һәм ҡиммәтле таш бүләк иткәндәр.
Һәр илдең дә үҙенсәлеге бар. Әйтәйек, Англияла Раштыуала ҡунаҡ үҙе менән бер киҫәк күмер ала – йәнәһе, был йортта ут бер ҡасан да һүнмәһен. Ҡытай кешеһенә сәғәт бүләк итһәң, быны кәмһетеү тип ҡабул итеүе ихтимал, ҡытайса ул “йыназа” тигәнде аңлата. Японияла хризантема сәскәләре бүләк итергә ярамай, был император ғаиләһе вәкилдәренә генә рөхсәт ителә. Америкала осло әйбер бүләк итеү үҙ-ара мөнәсәбәтте боҙоу тип баһалана.
a Хеҙмәттәштәреңә зиннәтле канцелярия әйберҙәре, ҡумта йәки картина бүләк итергә мөмкин.
a Дуҫтарыңа һәм яҡын туғандарыңа шәхси әйбер бүләк итһәң дә ярай.
a Гүзәл заттар өсөн иң шәп бүләк – сәскә.
a Ир-атты ҡырыныу әйбере, төрлө одеколон, крем йәки эске кейем, ә ҡыҙҙарҙы ҡиммәтле косметика, үҙенең исеме яҙылған сынаяҡ менән ҡыуандырырға була. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: ҡатын-ҡыҙға ҡиммәтле хушбуй, ирен буяғыс бүләк итеү килешмәй.

Нисек тапшырырға?

Ул бик матур итеп төрөлгән булырға тейеш.
Бүләкте йәшерен тапшырмайҙар.
Уны артыҡ маҡтарға ла, бик бәләкәй итеп күрһәтергә лә кәрәкмәй.
Бүләкте биргәндә, әйтер һүҙегеҙҙе алдан уҡ уйлап ҡуйығыҙ.


Вернуться назад